Мәскәү дәүләт консерваторияһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мәскәү консерваторияһы, П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы, рус. Московская государственная консерватория имени П.И. Чайковского — Мәскәүҙә урынлашҡан юғары музыка уҡыу йорто, донъяның билдәле музыка уҡыу йорттарының береһе. 1940 йылдан бөйөк урыҫ композиторыП.И. Чайковский исемен йөрөтә. Ике Ленин ордены менән бүләкләнгән (1946, 1966). РФ мәҙәни мираҫы объекты.
Совет хакимиәте йылдарында эшсе-крестьян балаларын консерваторияға уҡырға әҙерләү маҡсатында, йәкшәмбе көнө эшсе консерваторияһы, эшсе музыка факультеты асыла. Йыл һайын союз республикаларынан конкурстан тыш урындарға уҡыусылар ҡабул ителә.
Мәскәү консерваторияһында П. И. Чайковский исемендәге халыҡ-ара конкурс үткәрелә.
1862 йылда Петербургта, 1866 йылда Мәскәүҙә консерватория асыла. Император 1865 йылдың 24 декабрендә указға ҡул ҡуя, 1866 йылдың февралендә консерваторияның беренсе директоры итеп Н. Г. Рубинштейн тәғәйенләнә, асыу тантанаһы 1866 йылдың 1 сентябрендә үтә.
1932 йылдан элекке исеме һәм академик профиле ҡайтарыла.
Тәүге осорҙа консерваторияны тотоу сығымдарын Рәсәй музыка йәмғиәте үҙенең концерттарынан килгән аҡса менән ҡаплай. 1917 йылға тиклем консерваторияла уҡыу түләүле була.
1866 - 1879 йылдар консерваторияла 5 йыл (йыр бүлеге) йәки 6 йыл (уйын ҡоралдары бүлеге) уҡый[9] һәм 1879 йылдан 9 йыл уҡый.
1866 йылда музыкант Н.Г. Рубинштейн һәм кенәз Н. П. Трубецкой тарафындан нигеҙләнгән. Башланғыс осорҙа Император рус музыка йәмғиәтенең Мәскәү бүлексәһе музыка кластары сифатында Н. Г. Рубинштейндың шәхси фатирында (Мәскәүҙең Ҙур баҡса урамы) эшләй. Тәүҙә хорҙа йырлау һәм ябай музыка теорияһы уҡытыла. Н. Г. Рубинштейн яңы фатирға (Мәскәү Ит тығыры) күсеп килгәс, яңғыҙ йырлау һәм төрлө уйын ҡоралдарында (эскрипка, фортепиано, виолончель, флейта, торба) уйнарға өйрәтеү дәрестәре лә индерелә башлай.
1931 йылда консерваторияның исеме Феликс Кон исемендәге юғары музыка мәктәбе тип үҙгәртелә.
Асылған осорҙа Мәскәү консерваторияһы бароннесса Черкасова йортон (Мәскәүҙең Воздвиженка һәм Арбат ҡапҡалары урамы буйында), 1871 йылдан алып Е. Дашкованың В. И.В.И. Баженов төҙөгән йортон ҡуртымға ала, 1878 йылда был йортто 185 мең һумға һатып ала. 1898 йылда һатып алынған ер кишәрлегендә яңы бина төҙөлә. 1932 йылда өс ҡатлы бинаға өҫтәмә ҡаттар төҙөлә, ә 1983 йылда янкормалар өҫтәлә.
1940 йылдың 7 майында СССР Юғары Советы Президиумы указы менән Мәскәү консерваторияһына бөйөк урыҫ композиторы П. И. Чайковский исеме бирелә.
1864 йылда шәкерттәр һаны 200ҙән артҡас, яңы бинаны (Мәскәүҙең Мүк урамы) ҡуртымға алырға тура килә. 1866 йылда консерватория уҡытыусылары сафына П. И.П.И. Чайковский ла (музыка теорияһының нигеҙҙәрен уҡытыусы сифатында) ҡушыла.
|
|
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.