From Wikipedia, the free encyclopedia
Муллаҡай (рус. Муллакаево) — Башҡортостандың Архангел районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 239 кеше[3]. Почта индексы — 453032, ОКАТО коды — 80203813007.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар 98 % тәшкил итә. 1906 йылда — 283 кеше; 1920—470; 1939—712; 1959—381; 1989—235; 2002—228; 2010—201 кеше йәшәгән[4].
Дөйөм халыҡ һаны[3] | |||||
Халыҡ һаны | 2002—2009 халыҡ үҙгәреше | ||||
2002 | 2009 | кеше | % | ||
228 | 239 | +11 | +4,82 |
Муллаҡай (Йәрембәт) XVIII быуат аҙағында Бәйестән ике тапҡырға ҙурыраҡ була. 1859 йылда 40 йортта 206 кеше йәшәгән. Быуат аҙағында 260 кеше йәшәгән 56 йорт була. Ауылда 1920 йылда 85 йорт 470 кеше йәшәгән.
Мәсет янында башланғыс дини мәктәп эшләй. 1816 йылдың VIII ревизияһында Муллаҡайҙың улдары һәм ейәндәренең исемдәре күрһәтелгән. Өлкән улы Әбделйәлил Муллаҡаев 1750—1814 йылдарҙа йәшәй, уның балалары Хәмзә, хорунжий Ноғоман, Молҡаман, Сөләймән, Ғәлиулла, Сәғиҙулла, Юлбарыҫ. Ир менән ҡатын араһындағы ҙур йәш айырмаһы иғтибарға алына. Мәҫәлән, 26 йәшлек Молкамандың ҡатыны иренән 17 йәшкә өлкәнерәк булған. Был мәрхүмдең ҡустыһы уның тол ҡатынына — еңгәһенә өйләнгәндә левират никах барлығын иҫбатлай. Муллаҡайҙың икенсе улы Әбдин 1751—1815 йылдарҙа йәшәгән. 1766 йылғы Хәлит Муллаҡаев улдары Әлмөхәмәт һәм Йәрмөхәмәт менән йәшәгән.
Муллаҡайҙар — малсылар. 1839 йылда 156 кеше йәшәгән 33 йортҡа 97 ат, 54 һыйыр, 60 һарыҡ, 38 кәзә тура килгән. Игенселек башланғыс хәлдә була. 1843 йылда 72 бот ужым һәм 128 бот яҙғы иген сәселә. Солоҡсолоҡ (15 солоҡ), ылаусылыҡ (Архангел заводына мәғдән ташыйҙар) менән дә шөғөлләнәләр[5].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.