Монреаль
From Wikipedia, the free encyclopedia
Монреа́ль ('франц. Montréal, ингл. Montreal) — Квебек провинцияһындағы иң ҙур ҡала һәм Канадаyың ҙурлығы буйынса икенсе ҡалаһы. Башта Вилль-Мари тип аталған — йәғни Мария ҡалаһы. Ҡала үҙәгендә урынлашҡан Мон-Руаяль (Король тауы)нан Монреаль атамаһы килеп сыҡҡан[2], находящейся в центре города[3][4], һүҙҙең Монреаль тигән формаһы тәү килеп ултырған халыҡтың бер өлөшө һөйләшкән окситан теле йоғонтоһонда барлыҡҡа килгән.
Монреаль Montréal | |||
---|---|---|---|
— Ҡала — | |||
| |||
Координаты: 45°30′32″ с. ш. 73°33′15″ з. д.HGЯO | |||
Управление | |||
Ил | Канада | ||
Провинция | Квебек | ||
Өлкә | Монреаль | ||
Ҡала райондары | Аунсик-Картьевиль, Анжу округы, Кот-де-Неж-Нотр-Дам-де-Грас, Лашин (Монреаль), Ла-Саль (Монреаль), Лё-Плато-Мон-Руаяль, Лё-Сюд-Уэст, Л'Иль-Бизар–Сент-Женевьев, Мерсье–Ошлага-Мезоннёв, Монреаль Нор, Утремон, Пьерфонд-Роксборо, Ривьер-де-Прери–Пуэнт-о-Трамбль, Розмон-Ля-Петит-Патри, Сен-Лоран округы, Сен-Леонар округы, Вердан округы, Вилль-Мари округы, Вилльрей–Сен-Мишель–Парк-Экстансьон | ||
Нигеҙләү дата?ы | 17 мая 1642 | ||
Хәҙерге статусы | 1 ғинуарҙа 2002 (2002-01-01) | ||
Демография | |||
Халҡы | 1 704 694 [1] чел. (2016) | ||
Тығыҙлығы | 4 662,1 чел./км² | ||
Этнохороним | монреалец, -ка | ||
Тел | Француз теле | ||
География | |||
Майҙаны | 363,13[1] км² | ||
Точки | иң түбән: (Пуэнт-о-Трамбль) 8 м иң юғары: (Мон-Руаяль) 234 м | ||
Сәғәт бүлкәте | EST (UTC-5) | ||
Телефон коды | +1 514 и +1 438 | ||
Географик код | 24 66023 | ||
Веб-сайт | http://ville.montreal.qc.ca/ |
2016 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Оло Монреалдә 4 098 927 кеше йәшәй[5]. Монреаль ҡалаһының үҙендә 1 704 694 кеше йәшәй[6].
Ҡалала берҙән-бер рәсми тел — француз теле, был тел ҡалалағы 59,8 % халыҡтың туған теле, һөйләшеүселәр һаны буйынса инглиз теле — 19,4 % килә[7][8]. Оло Монреалдә француз телендә һөйләшеүселәр 67,9 % тәшкил итә, инглиз теле икенсе урынды биләй — 16,5 %[9]. Ҡала халҡының яртыһынан күпселеге теге йәки был кимәлдә ике телде лә белә[10].2014 йылға саҡлы Монреаль халыҡ һаны буйынса донъяла Париждан ҡала француз телле икенсе ҡала, ләкин 2015 йылда африка ҡалаһы Абиджан уны 3-сө урынға төшөргән[11]. Шулай уҡ донъяла француз телле бер нисә эре ҡала — Киншаса, Касабланка, Алжир ҡалалары бар, әммә был ҡалаларҙа француз теле башлыса яҙма тел йәки икенсе тел сифатында ҡулланыла[12][13].
Ғәҙәттә Монреаль тормош өсөн уңайлы ҡалалар рейтингында иң юғары урынды биләй. Monocle Magazine журналы ҡаланы «Канаданың мәҙәни үҙәге» тип атаны, ә күптән түгел ЮНЕСКО Монреалде дизайн ҡалаһы тип атаны[14][15]. 70-се йылдар уртаһында Торонтоға иҡтисад баш ҡалаһы титулын биреп, Монреаль Канаданың мөһим эшлекле, сәнәғәт һәм мәҙәни үҙәге булып ҡала. Иң әһәмиәтле тармаҡтары: аэрокосмик, биотехнологик, фармацевтик, мәғлүмәт технологиялары тармағы, туризм, кино индустрияһы, шулай уҡ компьютер уйындары үҫешкән индустрияһы[16].