Миңнуллин Роберт Мөғәллим улы
шағир, сәйәсмән / From Wikipedia, the free encyclopedia
Миңнуллин Роберт Мөғәллим улы (1 август 1948 йыл — 27 март 2020 йыл) – шағир, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Татарстан Республикаһының Дәүләт Советы депутаты. 1977 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Татарстандың халыҡ шағиры (2005) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993), Башҡортостандың (1998) һәм Марий Элдың (2014) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Х. К. Андерсен исемендәге Халыҡ‑ара балалар һәм үҫмерҙәр өсөн китаптар советының Почётлы дипломы эйәһе (1994). Татарстандың Ғабдулла Туҡай (1998) һәм Муса Йәлил (1982) исемендәге дәүләт премиялары, шулай уҡ А. Алиш (1997), Ф. Кәрим (2002), Г. Локке (2007), Н. Нәжми (2011), Ҡ. Насыри (2011) исемендәре әҙәби премиялар лауреаты. Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2013).
Миңнуллин Роберт Мөғәллим улы | |
татар. Роберт Мөгаллим улы Миңнуллин | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 август 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) |
Тыуған урыны | Шәммәт ауылы, Аҡкүҙ ауыл Советы (Илеш районы), Илеш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Вафат булған көнө | 27 март 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (71 йәш) |
Вафат булған урыны | Ҡазан, Рәсәй |
Һөнәр төрө | шағир, журналист |
Эш урыны |
Q13202885? Казан утлары[d] |
Биләгән вазифаһы | парламент ағзаһы[d] |
Уҡыу йорто | Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Миңнуллин Роберт Мөғәллим улы Викимилектә |