![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/9/93/Agar_plate_with_colonies.jpg/640px-Agar_plate_with_colonies.jpg&w=640&q=50)
Микробиология
микроорганизмдарҙы өйрәнеүсе фән / From Wikipedia, the free encyclopedia
Микробиология (грек. μικρος — бәләкәй, лат. bios — тормош) — микроорганизм (микроб) тип аталған микроскопик заттарҙы (уларға инәләр: Бер күҙәнәкле организмдар, Күп күҙәнәкле организмдар һәм Күҙәнәкһеҙҙәр), уларҙың биологик билдәләрен һәм планетабыҙҙағы башҡа организмдар менән үҙ-ара бәйләнешен өйрәнеүсе фән. Микробиология даирәһенә уларҙың систематикаһы, морфологияһы, физиологияһы, биохимияһы, эволюцияһы, экосистемаларҙағы роле, ҡулланыу мөмкинлектәре инә.
Микробиология | |
![]() | |
Һештег | microbiology[1] |
---|---|
Вики-проект | Проект:Микробиология и иммунология[d] |
![]() |
Микробиологияның бүлектәре: бактериология, микология, вирусология, паразитология һәм башҡалар. Микроорганизмдарҙың экологик үҙенсәлектәренә, йәшәү шарттарына, тирә-яҡ мөхит һәм кешенең ихтыяждары менән әүәлдән барлыҡҡа килгән мөнәсәбәттәренә бәйле, микроорганизмдар тураһындағы фән дөйөм микробиологияға, медицина, сәнәғәт (техник), космос, геология, ауыл хужалығы һәм ветеринария микробиологияһына бүленә.