Рәсәйҙең Ырымбур өлкәһе Новосергиевка районындағы ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia
Мерәҫ (рус. Мрясово) — Ырымбур өлкәһе Новосергиевка районы ауылы. Ҡыуай ауыл советы биләмәһенә керә.
Ауыл | |
Мерәҫ | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Милли состав | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
56 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Ырымбур өлкәһенән аҡҡан Ҡыуайыр йылғаһы буйында, Туҡ-Соран башҡорттары төпләнеп йәшәгән урындан көньяҡҡа табан Юрматы ырыуы кешеһе Мерәҫ Айыуҡасов яңы ауылға нигеҙ һала, һәм был тораҡ пункты уның исеме менән Мерәҫ тип атала, ауылды Ҡыуайыр йәки Танғатар ҙа тип атайҙар. Хәҙер ауыл Ырымбур өлкәһенең Новосергеевский районына инә. 1761 йылда Мерәҫ Айыуҡасов Юрматы улусыноң башҡа вәкилдәре менән бергә Тор йылғаһы буйындағы ырыу ерҙәрен И. Твердышевҡа һәм И. Мясниковҡа һатыуҙа ҡатнаша. Ошо уҡ документта уның ҡустыһы Ялан Айыуҡасов та атап үтелә. Мерәҫ Айыуҡасовтың улдары: Айсыуаҡ (1775 — 1841), Хәмит (1779 — 1852), Хәлит ( 1781 — 1833) һәм Айыт (1789 й. т.). Мерәҫ ауылына Тәтегәс бей вариҫтары Сытырман һәм Аллағыуат ауылдарынан күсенеп килеп төпләнә[1].
1795 йылғы V рәүиз материалдарында, Мерәҫ ауылы Мишәр-Юрматы улусына ҡарай, тип билдәләнелә. Ундағы 10 ихатала 76 кеше йәшәй. 1834 йылдағы рәүиз буйынса унда 343 кешенең йәшәүе теркәлә. Ә 1859 йылда 26 ихатала 544 кеше йәшәй (270 ир-егет һәм 274 ҡатын ҡыҙ). 1847 йылда ауыл IX Башҡорт кантонының 36-сы йорто составына, ә 1855 йылдан 1-се кантондың 7-се йортона ҡарай. Кантон системаһы бөтөрөлгәндән һуң Ырымбур өйәҙенең Ҡыпсаҡ улусы составында була. 1900 йылда ауылда 604 кеше йәшәй. Ауылда 4 ара була: "нуғай", "күсей", "болот" һәм "һалауар"[1]. Мерәҫ ауылы халҡы ярымкүсмә тормошта йәшәй. Уларҙың йәйләүҙәре Һамар йылғаһының үрге ағымына тиклем барып етер була. 1830 йылда Мерәҫтә мәсет асыла[1].
Тәүге тапҡыр 1765 йылда телгә алына[2]. Революцияға тиклем Мерәҫ ауылы Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Юрматы улусы ҡарамағында була[2].
Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Туҡ-Соран кантоны составына керә, ә 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан Ырымбур өлкәһе ҡарамағында була.
1917 йылғы ауыл хужалығы иҫәп алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда 764 кеше, башлыса башҡорттар йәшәгән[3].
1795 | 1834 | 1866 | 1900[2] |
---|---|---|---|
76 | 343 | 378 | 604 |
Халыҡ иҫәбе |
---|
2010[4] |
299 |
2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (94 %) йәшәй[5].
Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушер пункты бар[6]. «Дала ҡыңғырауҙары» балалар вокал ансамбле эшләй[7].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.