Медея
From Wikipedia, the free encyclopedia
Медея (бор. грек. Μήδεια; бәлки, сығышы менән бәйле μήδομαι «ниәтләргә, уйлап сығарырға», μῆδος "уй, ниәт) — боронғо грек мифологияһында колхида батшабикәһе, сихырсы һәм аргонавт Ясондың һөйгән йәре.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/c/c6/Medee_1898.jpg/640px-Medee_1898.jpg)
Ясонға ғашиҡ булып, ул уға алтын руноны ҡулға төшөрөргә ярҙам итә һәм ул уның менән бергә Колхиданан Грецияға ҡаса. Ясон һуңынан башҡаға өйләнергә булғас, Медея көндәшен һәләк итеп, Ясондан булған ике балаһын да үлтерә лә ҡартатаһы Гелиос алла ебәргән ҡанатлы арбала юғала.