йәһүд сығышлы француз актёры From Wikipedia, the free encyclopedia
Сара Бернар (тыуғандағы исеме Генриетт Розин Бернар, 22 октябрь 1844 йыл — 26 март 1923 йыл) — йәһүд сығышлы француз актёры, XX быуатта уны «бөтә тарихтағы иң билдәле актёр» тип атап йөрөткәндәр. Уңышҡа 1870 йылдарҙа Европа сәхнәләрендә өлгәшә. Аҙаҡ триумф менән Америкаға гастролдәргә йөрөй. Күберәген етди драматик ролдәр башҡара, шуның өсөн дә уға «Илаһи Сара» тигән ҡушамат бирәләр.
Сара Бернар 1844 йылдың 22 октябрендә Парижда тыуған. Сараның әсәһен Юдифь тип йөрөткәндәр. Йәһүд, сығышы менән Германиянан йәки Нидерландтан. Ул Сараны ун алты йәшендә таба. Атаһы билдәһеҙ. Атаһы француз флоты офицеры Поль Мароль булған, тиеүселәр бар (был турала документтар шаһитлыҡ ҡыла). Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, йәш адвокат Эдуард Бернар тигән фараз да йәшәй. Францияға килгәнсе, Юдифь модист булып эшләп ала. Әммә Парижға килгәс, куртизанка булыуҙы хуп күрә. Уның сибәрлеге һәм зауыҡлы кейенеүе кинәнеп йәшәрлек бай һөйәрҙәр табыуға булышлыҡ итә. Әммә йәш бала рәхәтләнеп йәшәүгә ҡамасау иткәнгә, Сара Англияға ҡайтарыла һәм бағыусыға тәрбиәгә бирелә.
Бәхетһеҙ осраҡ булмаһа, Сара бәлиғәт йәшенәсә шунда ҡалыр ине. Бағыусыһы, уны ғәрип ире менән ҡалдырып, ҡайҙалыр сығып китә. Кескәй Сара, креслоһынан төшөп, янып торған мейес янына бара, итәгенә ут тоҡана. Уны күршеләр ҡотҡарып ҡала. Был ваҡытта Юдифь сираттағы бағыусыһы менән Европа буйлап гастролдәрҙә йөрөй. Уны ҡыҙы янына саҡыралар, ул Англияға килә һәм Сараны Парижға алып китә. Тик тиҙҙән уны икенсе ҡараусыға ҡалдырып, тағы ла гастролдәренә сығып китә.
Моңһоу, ҡараңғы ергә алып килә уны яңы тәрбиәсеһе. Ул ябыға, үҙ-үҙенә бикләнә. Әммә яҙмыш уны барыбер әсәһе менән ҡауыштыра. Әсәһенең Юдифь кеүек үк куртизанка апаһы Розина менән осраҡлы ғына осраша, һәм ныҡ тәьҫирләнеп, Сара иҫтән яҙа; тәрбиәсеһе ҡулынан ҡолап төшә һәм аяҡ-ҡулын һындыра. Ниһайәт, әсәһе уны тәрбиәгә ала, һәм етемһерәгән ҡыҙыҡай әсә наҙын күрә башлай.
13 йәшендә Сара Драма сәнғәтенең Юғары милли консерваторияһына уҡырға инә һәм уны 1862 йылда тамамлай.
Йыл | Русса исеме | Төп телдә исеме | Роль | |
---|---|---|---|---|
1900 | ф | Гамлет дуэлы | Le duel d'Hamlet | Гамлет |
1912 | ф | Королева Елизавета | Les Amours de la reine Élisabeth | Королева Елизавета I |
1912 | ф | Дама с камелиями | La Dame aux camélias | Маргарита Готье |
1913 | ф | Адриана Лекуврёр | Adrienne Lecouvreur | Адриана Лекуврёр |
1915 | ф | Жанна Доре | Jeanne Doré | Жанна Доре |
1917 | ф | Французские матери | Mères françaises | |
1923 | ф | La voyante | La voyante |
Театрҙағы һайланма ролдәре |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.