Маршал Баграмян проспекты (Ереван)
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Маршал Баграмян проспекты (әрм. Մարշալ Բաղրամյան պողոտա) — Еревандағы проспект (Әрмәнстан Республикаһы). Проспекттың ҙур өлөшө ҡаланың Үҙәк админитсратив округына тура килә, шулай уҡ Арабкир административ округы буйынса ла үтә. Урам күренекле совет полководецы, милләте буйынса әрмән Иван Баграмян исемен йөрөтә.
Маршал Баграмян проспекты | |
әрм. Մարշալ Բաղրամյան պողոտա | |
Кем хөрмәтенә аталған | Баграмян Иван Христофорович |
---|---|
Дәүләт | Әрмәнстан |
Административ-территориаль берәмек | Ереван |
Нимә менән тоташа | улица братьев Галоян[d], площадь Франции[d] һәм улица Дереника Демирчяна[d] |
Оҙонлоҡ | 2200 метр |
Киңлек | 17 метр |
Маршал Баграмян проспекты (Ереван) Викимилектә |
Маршал Баграмян проспекты — Еревандың үҙәк өлөшөнөң төп транспорт артерияларының береһе. Ул А. А. Спендиаров исемендәге Әрмән академия опера һәм балет театры урынлашҡан Франция майҙанынан башланып, Дуҫлыҡ майҙанында тамамлана. 1970 йылдан проспект Дуҫлыҡ проспекты тип атала.
Проспектта Әрмәнстандың Милли йыйылышы һәм президент резиденцияһы урынлашҡанлыҡтан, йыш ҡына ул митингылар урынына әйләнә. 2015 йылда электр энергияһына тарифтарҙы күтәреү сәбәпле ойошторолған ҡаршылыҡ акциялары ваҡытында проспект бер-нисә аҙнаға ябыла.
Маршал Баграмян проспектында түбәндәге йорттар һәм объекттар урынлашҡан:
Урам йәйүәлеләр һәм транспорт өсөн тәғәйенләнгән, транспорт өсөн һәр яҡҡа өсәр һыҙат эшләнгән. Урамда ике метро станцияһы, шулай уҡ автобус туҡталыштары бар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.