Мариехамн
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Маарианхамина[10] (фин. Maarianhamina), Мариехамн[11] (швед. Mariehamn) — Аланд утрауҙарының төп ҡалаһы, Финляндия составындағы автономиялы территория. Архипелаглы диңгеҙҙең төп порттарының береһе.
Мариехамн | |
швед. Mariehamn | |
Байраҡ | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 1861 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Mariehamn |
Кем хөрмәтенә аталған | Мария Александровна[d] |
Рәсми тел | швед теле[1][2] |
Дәүләт | Финляндия |
Административ үҙәге | Аланд утрауҙары |
Административ-территориаль берәмек | Аланд утрауҙары |
Сәғәт бүлкәте | UTC+2:00[d], DAZD[d] һәм UTC+3:00[d] |
Статистическая область | Мариехамн[d][3] |
Ассоциацияләшкән сайлау округы | Åland[d] |
Геомәғлүмәттәр | Data:Aland/Mariehamn.map |
Закондар сығарыу органы | Mariehamn City Council[d] |
Ойошма ағзаһы | Union of the Baltic Cities[d][4] |
Халыҡ һаны | 11 812 кеше (31 декабрь 2023)[5] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 21 метр, 6 метр[6] һәм 20 метр |
Туғандаш ҡала | Копавогур[7], Крагерё[7], Курессааре[d][7], Ломоносов (ҡала)[7], Торсхавн[d][7], Валкеакоски[7] һәм Готланд[d][7] |
Милке | Виклеф Голдинг Арена[d] |
Сиктәш | Йомала[d][8] һәм Лемланд[d][8] |
Майҙан | 11,81 км² (1 ғинуар 2023)[9] |
Почта индексы | 22100, 22101 һәм 22140 |
Рәсми сайт | mariehamn.ax |
Классификация климата Кёппена | влажный континентальный климат с тёплым летом (Dfb)[d] |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Mariehamn[d] |
Мариехамн Викимилектә |
1861 йылда урыҫтар тарафынан нигеҙләнгән һәм императрица Мария Александровна хөрмәтенә уның исеме менән аталған. XIX һәм ХХ быуат башында рус телле сығанаҡтарҙа «швед теле» варианты ҡулланылып, ҡала Мариехамн тип яҙыла; ХХ быуаттың икенсе яртыһында урыҫ яҙылышы нормативы буйынса «фин теле» варианты, Маарианхамина тип яҙыла[10].
Архипелагта йәшәгән бөтә ҡала халҡының яртыһынан күберәге — 11 186 кеше был ҡалала йәшәй (2011 йыл). Ҡала, бөтә автономия территорияларындағы кеүек үк— тулыһынса швед телле: швед телен халыҡтың яҡынса 91 % был телде үҙенең тыуған теле тип һанай.
Ҡалала ярымутрауыҙа урынлашҡан һәм бында ике порт бар. Көнбайыш порт (швед. Västerhamn) халыҡ-ара әһәмиәткә эйә булған ҙур порт, уның ашаШвеция һәм континенталь Финляндияға паром йөрөй. Көнсығыш порт — нигеҙҙә яхталар гаваны, Балтик диңгеҙенең эре гавандарының береһе[12].
Ҡалала Аланд утрауҙарының Министрҙар кабинеты һәм Латтинг Парламенты урынлашҡан.
Ҡалала Аланд утрауҙарының ике гәзите баҫыла(Nya һәм Ålandstidningen Åland), урындағы телевидение каналы һәм бер нисә радиостанция эшләй (TV Åland).
Фин һәм швед телдәренә ҡала исеме « Мария гаваны» тип атала һәм Рәсәй императоры Александр II ҡатыны — Мария Александровна (1824—1880) хөрмәтенә арналған.
Риүәйәттәр буйынса, Аланд утрауҙары халҡы, яңы порт төҙөргә тырышып, император Александру II-гә ҡатынының исемен ҡалаға биреүен һорап махсус тәҡдим менән сыға. Рәсми тарих, порт, киреһенсә, туранан-тура Александр II күрһәтеүе буйынса нигеҙләнгән тип күрһәтә. Төҙөлөш эштәре менән архитектор Георг Теодор фон Шевитец Георг етәкселеге аҫтында ике ҙур булмаған ауыл эргәһендә 1859 йылда уҡ башлана — (Эвернес (швед. Övernäs) һәм Йомала ауылдары янында), ә 1861 йылда (21 февраль) яңы ултыраҡ ҡала статусы һәм яңы исем - Мариехамн исемен ала[11]. Ваҡыт үтеү менән ҡала майҙаны киңәйә һәм Йомала общинаһы биләмәләре өлөшөн үҙ эсенә ала.
Аланд утрауҙарында борондан алып карап йөрөтөү тарихы була. Бындағы Көнбайыш портында Елкәнле-музей Pommern якорҙә тора. Көнсығыш гавань — Скандинавияла яхталар өсөн иң эре порттаҙың береһе, унда шулай уҡ Nieveen Jan пароходы (шулай уҡ F.P. von Knorring исемле) тора, ул хәҙер ресторан итеп йыһазландырылған.
Мариехамн ҡалаһында фин архитекторы Ларс Сонк проекты буйынса Аланд утрауҙарында төҙөлгән архитектура ҡомартҡылары булған ҡоролмалар бар: Изге Георгий сиркәүе (1927), Аланд диңгеҙ колледждың төп бинаһы (1927), ҡала муниципалитеты бинаһы (1939). Ғәмәлдә Аланд музейы.
2011 йылдың 2 ноябрендә императрица Мария Александровна хөрмәтенә аталған һәйкәл асыла[13][14].
Йәйге осорҙа ҡалаға бик күп туристар килә, һәм уларҙы хеҙмәтләндереү өсөн бында бер нисә ҡунаҡхана, кемпинг булдырылған[15]. Ғәмәлдә Рәсәй Федерацияһы консуллығы, Швеция генераль консуллығы[16], шулай уҡ ҡайһы бер башҡа илдәрҙең консуллыҡ учреждениелары.
Ҡала халҡының үҫеш динамикаһы:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.