Марго Стефани Перссон Дитц (швед. Margaux Stéphanie Persson Dietz; 25 сентябрь 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1] (34 йәш), Saltsjöbaden Parish[d], Стокгольм[d][1])[3] — швед телетапшырыуҙар алып барыусыһы һәм блогер. «Let's Dance» бейеү шоу-программаһы ҡатнашыусыһы, «Hemliga beundrare[sv]» танышыуҙар шоуҙың рәсми вәкиле һәм YouTube каналында «Partitempen» сәйәси программа авторы, унда 2021 йылдан 300 000 подписчик иҫәпләнә.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Марго Дитц
швед. Margaux Stéphanie Persson Dietz
Thumb
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Швеция
Тыуған көнө 25 сентябрь 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1] (34 йәш)
Тыуған урыны Saltsjöbaden Parish[d], Накка[d], Стокгольм[d], Швеция[1]
Һөнәр төрө ютубер
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Официальный блог margauxdietz.se
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 269 000 ± 999[2]
 Марго Дитц Викимилектә
Ябырға

Биографияһы

Марго Дитц 1990 йылдың 25 сентябрендә Сальтшебаденда тыуған[4]. 2017 йылда Якоб Либермандан уның улы тыуа, Либерманға 2019 йылда ул кейәүгә сыға[5]. 2019 йыл аҙағында улар айырылыша[6][7].

2017 йылдан Nordic Entertainment Group[en][8] компанияһында эшләй. 2018 йылда Guldtuden «Video of the Year» социаль селтәрҙәрендә бала тыуыуға арналған ролик өсөн дүрт номинацияла еңеүсе була[9]. Шул уҡ йылда Elle гала-концертында «Influencer of the Year» номинацияһында награда яулай[10]

Дитц TV4 каналында билдәле шәхестәр өсөн Let's Dance 2018[en] бейеү шоуында ҡатнаша; бейеү буйынса уның партнеры Александр Сванберг була[11]. 2019 йылдан TV3 каналында Hemlig beaundrare танышыуҙар шоу телетапшырыуҙарын алып барыусы[12][13].

2018 йылда Youtube каналында «Partitempen» каналын теркәй, канал өсөн һайлауҙар алдынан швед партия лидерҙарынан интервью ала[14]. Уның маҡсаты-йәштәрҙе сәйәсәткә йәлеп итеү[15]. Уның Эдда Буш менән осрашыуҙан һуң видео өсөн идеяһы барлыҡҡа килә, ул 2018 йылда тәүге тапҡыр һайлай алған 400 000 ашыу йәш һайлаусыны йәлеп итеү ҡыйынлыҡтары тураһында һөйләй[16].

«Partitempen» каналының асылы партия лидерҙарынан алынған ғәҙәти телеинтервьюларынан айырыла[17]. Партия лидерҙары интервьюла ағымдағы ваҡиғалар тураһында үҙ фекерен әйтә[18].

Библиография

Балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте

Наградалары

Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Бүләк ...
Йыл Бүләк Номинация Һөҙөмтә
2018 Медиа Академияһы Maktbarometern Еңеү
Эль-Галан Årets influencer Еңеү
Алтын көпшә Årets video Еңеү
Årets profil Еңеү
Årets stjärnskott Номинация
Årets lifestyle Еңеү
Ябырға

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.