Маврҙар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Маврҙар[1] (лат. Mauri, грек. аμαύρος — ҡара кешеләр)[2] — боронғо Мавретания халҡы[3]. VII һәм XVII быуаттар араһындағы осорҙа Төньяҡ-Көнбайыш Африка һәм Европа йәшәгән, ислам динен тотҡан берберҙар һәм Африка ҡәбиләләре.
Маврҙар | |
Кем хөрмәтенә аталған | Мавретания Тингитанская[d] |
---|---|
Маврҙар Викимилектә |
«Маврҙар» термины Иберия ярымутрауын яулап алған һәм VIII быуатта унда төпләнгән ғәрәптәргә һәм берберҙарға, шулай уҡ ошо яулап алынған биләмәләрҙә Ислам динен ҡабул итеүселәргә (һәм уларҙың вариҫтарына) ҡарата ҡулланыла. Иберия ярымутрауының ҡайһы бер ғәрәп илбаҫарҙары негроид расаһы вәкиле булғанға күрә, был термин XVI һәм XVII быуаттарҙа һәр ҡара тәнле кешенең айырмалыҡ билдәһе итеп ҡулланылған. Аныҡ булмауы арҡаһында «мавр» терминын тарихсылар һирәк ҡуллана. «Мавритан» һүҙбәйләнеше йыш ҡына Испанияның мосолман хакимлығы аҫтында булған өлөштәрендә барлыҡҡа килгән сәнғәт һәм мәҙәниәт әҫәрҙәренә ҡарата ҡулланыла[4]. Гранаданы яулап алғандан һуң ҡалған[5] һәм христианлыҡ динен ҡабул иткән маврҙар морисктар исеме менән билдәле[3].