Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир From Wikipedia, the free encyclopedia
Лысенков Алексей Максимович (19 апрель 1921 йыл — 19 март 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. Артиллерия полкының үҙйөрөшлө батарея командиры, лейтенант (1945). Советтар Союзы Геройы (1944).
Лысенков Алексей Максимович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 19 апрель 1921[1] |
Тыуған урыны | Константиновка ауылы, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Совет Рәсәйе[1] |
Вафат булған көнө | 19 март 1945[1] (23 йәш) |
Вафат булған урыны | Венгрия[1] |
Ерләнгән урыны | Фейер[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | артиллерия[d][1] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Алексей Максимович Лысенков 1921 йылдың 19 апрелендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе[2] Константиновка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[3].
Урыҫ. 1942 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Һигеҙ синыф тамамлаған. Колхозда эшләгән.
Ҡыҙыл Армия сафына 1940 йылда Башҡорт АССР-ы Туймазы район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 1941 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1943 йылда Киев артиллерия училищеһын тамамлай.
1458-се артиллерия полкының үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмаһының батареяһ командиры (5-се гвардия танк корпусы, 6-сы танк армияһы, 2-се Украина фронты) кесе лейтенант А. М. Лысенков Корсунь-Шевченко операцияһы барышында батырлыҡ күрһәтә.
1945 йылдың 19 мартында Лысенков Алексей Максимович Секешфехервар (Венгрия) ҡалаһынан төньяҡ-көнбайыштараҡ Гуттамаша ауылы өсөн барған һуғыштарҙа батырҙарса һәләк була[4][5]. Шул уҡ ауылда ерләнгән[6].
«1944 йылдың февраль көндәрендә, дошман контратакаһын кире ҡағып, А. М. Лысенковтың батареяһы Украинаның Черкассы өлкәһе Лысянский районының Тихоновка һәм Яблоновка ауылдары эргәһендә дошмандың 12 танкыһын һәм 2 орудиеһын юҡҡа сығара. Шундай алыштарҙың береһендә, 1944 йылдың 23 февралендә Лысенков үҙенең үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмаһын ышыҡҡа урынлаштыра һәм мәргән ут асып, танкты, 2 орудиены, 50-гә яҡын дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә. Дошмандың ҡаршы һөжүме туҡтай».
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 13 сентябрендәге Указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн кесе лейтенант Лысенков Алексей Максимовичҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 4267) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.