Индонезияның Папуа провинцияһындағы милли парк From Wikipedia, the free encyclopedia
Лоренц (индон. Taman Nasional Lorentz. Индонезияның Папуа провинцияһындағы милли парк. Көньяҡ-Көнсығыш Азияла иң ҙур тәбиғәтте һаҡлау территорияһы булып тора.
Лоренц | |
---|---|
индон. Taman Nasional Lorentz | |
Категория МСОП — II (Милли парк) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 25 056 км² |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1997 йыл |
Урынлашыуы | |
4°45′ ю. ш. 137°50′ в. д.HGЯO | |
Провинция | Папуа |
Яҡындағы ҡала | Вамена |
Лоренц Викимилектә |
Парк майҙаны 25 056 кв. км тәшкил итә. Лоренц Яңы Гвинеяның биологик төрлөлөгөнөң күренекле миҫалы булып тора. Ул — Азияның Тымыҡ океан төбәгендәге берҙән-бер ҡурсаулығы һәм үҙ эсенә диңгеҙ буйы райондарын, мәңге йәшеллеккә күмелеп ултырған мангр ағасы урмандарын, һаҙлыҡтарҙы, уйһыулыҡтарҙы, тауҙағы тропик урмандарҙы, Альп билбауын һәм боҙлоҡтарҙы ала. Диңгеҙ кимәленән 4884 метр бейеклектә һәм Пунчак-Джая тауы паркы биләмәһендә урынлашып, ул Гималай һәм Анд тауҙары араһында иң бейек тау булып тора.
Лоренц паркында тикшерелмәгән һәм картаға индерелмәгән райондар бик күп. Шулай уҡ, моғайын, бында әле лә көнбайыш фәнендә билдәһеҙ булған үҫемлектәрҙең һәм хайуандарҙың бик күп төрҙәре лә булыуы ихтимал. Урындағы берләшмәләрҙең этноботаник һәм этнозоологик белеме лә ярайһы уҡ насар документацияланған.
1919 йылда Голландияның колониаль хөкүмәте беренсе булып 3000 квадрат км территорияны биләгән Лоренц ландшафын Лорец тәбиғәт ҡомартҡыһы тип таный һәм уның яҡланыулы булыуын иғлан итә. 1978 йылда Индонезия хөкүмәте 21 500 кв. км майҙанлы ҡурсаулыҡ ойоштора. 1997 йылда территорияһы 25 056 кв. км. биләгән майҙан Лоренц Милли паркы тип иғлан ителә, уға шулай уҡ көнсығыштағы территориялар, яр буйы һәм диңгеҙ райондары ла инә[1]. Лоренц Милли паркы 1999 йылда Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелә, әммә 1500 кв км территория, геология-тикшеренеү эштәре үткәрелгән милек булғанлыҡтан, Милли парк составынан алына[2]. Парк 1909 — 1910 йылдарҙа экспедиция менән ошо ерҙәр аша үткән голланд тикшеренеүсеһе Хендрик Лоренц исеме менән аталған.
2005 йылғы мәғлүмәттәр буйынса парктың үҙенең хеҙмәткәрҙәр һәм һаҡсылар штаты булмай. Шуға ҡарамаҫтан, бында бер нисә төрлө тәбиғәтте һаҡлау ойошмаһы эшмәкәрлеге алып барыла. 2006 йылда илдең урман хужалығы министры парктың идара итеүсе ойошмаһын булдыра, уның штабы Ваменда урынлаша, һәм ул 2007 йылда үҙ эшмәкәрлеген башлап ебәрә, ә 2008 йылдың уртаһына уның хеҙмәткәрҙәре штаты 44 кешегә етә. Шуға ҡарамаҫтан 2008 йылда ЮНЕСКО тарафынан үткәрелгән мониторинг, финанслау, ҡорамалдар һәм тәжрибә етешмәү сәбәпле, ойошманың потенциалы бик наҡыҫ булыуын күрһәтә[2].
Паркта 630-ҙан ашыу ҡош-ҡорт (70 проценты — Папуаның бөтә төрҙәре) һәм 123 төр һөтимәрҙәр көн итә. Түбәндәге ҡоштар бында оя ҡора: казуарҙарҙың 2 төрө, күгәрсендәрҙең 31 төрө, какадуларҙың 31 төрө, боҙ тишкес турғайҙарҙың 13 төрө һәм нектарниктарға ҡунған турғайҙарҙың 29 төрө[3]. Юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янаған ҡоштар: шлемоносный казуар, каштановогрудный венценосный голубь, бөркөткә оҡшаш тутыйғош һәм буйлы өйрәк.
Һөтимәрҙәргә түбәндәгеләр ҡарай: проехидна, австралия ағыулы йыланы, валлаби, кускустар, урман бесәйе, ағас валлабиһы һ. б. Судирман тау һырты өсөн эндемик ағас кенгуру дингисо төрө көнбайыш фәндәре өсөн 1995 йылда ғына асыла.[3]
Милли парк территорияһында 25 000 йылдан ашыу кеше йәшәй. Лоренц урмандары 8 ҡәбиләнең традицион йәшәү территорияһы булып тора, шул иҫәптән: асмат, амунгме, яһаҡ, семпан һәм ндуга. Парктың хәҙерге халҡы 6300 10000 кеше тәшкил итә.[4]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.