Локус
Гендың хромосомала урынлашҡан ере / From Wikipedia, the free encyclopedia
Локус (лат. locuslocus — урын) — хромосомала гендың урынлашҡан урыны. Хромосомала гендар бер-бер артлы линия яһап урынлашалар. Шуға ла ғалимдар хромосома карталары төҙөү идеяһына килгәндәр. Бер эләгешеү төркөмөндәге гендарҙың хромосомала урынлашыу тәртибен күрһәткән карталарҙы генетик карта тип атайҙар. Ундай карталарҙы кроссинговер һөҙөмтәһенән, гендар араһындағы рекомбинация осраҡтарынан сығып төҙөйҙәр. Бынан тыш хромососмаларҙың цитологик карталарын да төҙөйҙәр. Сөнки, генетик карталар гендарҙың урыны күрһәтһә лә, улар араһындағы алыҫлыҡты, хромосомалағы конкрет урынын күрһәтмәй.
Шулай итеп, хромосоманың морфологик төҙөлөшөнә бәйле, гендарҙың урындары һәм алыҫлыҡтары күрһәтелгән карта цитологик карта тип атала.
Локус сиктәрендә ДНК-ың нуклеотидтар теҙмәһе аллель тип атала. Гомологик хромосомларҙың бер үк локусын биләгән гендар үҙ-ара аллель була. Улар гендың бер үк варианты (нуклеотидтар теҙмәһе тап килә) йәки төрлө варианты (нуклеотидтар теҙмәһе тап килмәй) булырға ла мөмкин[1]. Тәүге осраҡта, тап шул ген буйынса күҙәнәк гомозигота була. Ә икенсе осраҡта — гетерозигота.