Логан (тау)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Логан (ингл. Logan) — Канаданың иң бейек тау түбәһе (Диңгеҙ кимәленән 5956 метр бейеклектә) һәм Төньяҡ Америкала Денали тауынан һуң бейеклеге буйынса икенсе урынды алып тора. Клуэйн милли паркы биләмәһендә, Юкон биләмәһенең көньяҡ-көнбайышында, Аляска сигенән көнсығышҡа табан 40 км алыҫлыҡта, Изге Илья тау һыртында урынлашҡан.
Логан | |
---|---|
ингл. Mount Logan | |
Характеристикалары | |
Абсолют бейеклеге | 5956[1][2] м |
Сағыштырмаса бейеклегеа | 5247[1] м |
Беренсе күтәрелеү | 1925 йылдың 23 июне |
Урынлашыуы | |
60°34′02″ с. ш. 140°24′20″ з. д.HGЯO | |
Страна | |
Территория | Юкон |
Тау системаһы | Кордильер |
Тау һырты йәки массив | Горы Святого Ильи |
Логан Викимилектә |
Логан түбәһе Эверест, Аконкагуа, Денали, Килиманджаро һәм Кристобаль-Колондан һуң алтынсы урынды биләп, сағыштырмаса бейеклек буйынса донъялағы иң бейек тауҙарҙың береһе булып тора.
Тау түбәһенә тәүге тапҡыр 1925 йылдың 23 июнендә Альберт Маккарти, Уильям Фостер, Бунд Тэйлор, Норман Рид, Аллен Карп һәм Фредерик Лабмерт ингән альпинистар төркөмө күтәрелә. 2010 йылдың майында ике япон альпинисы Ясуасии Окада һәм Кацутака Йокояма бығаса үтмәгән Логан түбәһе буйлап күтәрелә, 2011 йылда үрмәләү альпинистик донъяла иң абруйлы награда — Алтын боҙ ҡырҡыусы менән билдәләнә.