![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/3/3d/Leda_and_the_Swan_1505-1510.jpg/640px-Leda_and_the_Swan_1505-1510.jpg&w=640&q=50)
Леда
боронғо грек мифологияһы персонажы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Леда (бор. грек Λήδα) — боронғо грек мифологияһы персонажы[4][5]. Овидийға ярашлы, Леда матур ҡара сәсле, һәм тәне ап-аҡ була[6].
Леда | |
бор. грек. Λήδα | |
![]() | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Атаһы | Фестий[d] |
Әсәһе | Деидамия[d] |
Бер туғандары | Алфея[d] |
Хәләл ефете | Тиндарей[d][1][2] |
Внебрачный партнёр | Зевс |
Балалары | Клитемнестра[d], Һылыу Елена[3], Поллукс[d], Кастор[d], Тимандра[d], Феба[d] һәм Диоскуры[d] |
![]() |
Этолий батшаһы Фестий Һәм Евритемиданың ҡыҙы (йәки, Евмил Коринфский буйынса, Сисиф һәм Пантидияның ҡыҙы[7]), Спарта батшаһы Тиндарейҙың[8] ҡатыны. "Илиада"ла (III 384) һәм "Одиссея"ла (XI 298) телгә алына[9]. Леданың матурлығына хайран ҡалып, Зевс Еврот йылғаһында уның алдына аҡҡош булып килеп баҫа һәм үҙенә ҡарата[10], ул ике йомортҡа һала[11], һәм уларҙың союзы емеше — Полидевк менән Елена Прекрасная була. Әллә ул өс йомортҡа һалған[12], йомортҡанан Кастор, Полидевк һәм Елена Прекрасная тыуған[13]. Әллә ике йомортҡанан дүрт бала тыуған[14]. Икенсе хикәйә буйынса, ул йөрөргә сыҡҡанда сөмбөл (гиацинт) аҫтында Немесида һалып киткән йомортҡаны тапҡан[15]. Әсәлек һәм ҡатын-ҡыҙ нәфислеген кәүҙәләндереүсе булараҡ хөрмәтләнгән. Бер версия буйынса, Елена Прекраснаяның әсәһе булараҡ Бәхетлеләр утрауына күсерелгән.
Дионисий Сиракузскийҙың «Леда» пьесаһында уйнаусы персонаж[16].
1856 йылда асылған астероид (38) Леда, 1974 йылда асылған 13-сө һан аҫтындағы (JXIII) Юпитер юлдашы һәм Венера планетаһындағы Леда тигеҙлеге уның хөрмәтенә аталған.