From Wikipedia, the free encyclopedia
Лаяшты (рус. Лаяшты) — Башҡортостандың Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 460 кеше[3]. Почта индексы — 452281, ОКАТО коды — 80230840004.
Лаяшты йылғаһы буйында урынлашҡан ауылға нигеҙҙе Йылан ырыуының Лаяшты түбәһе башҡорттары һала. 1678 йылдың 11 февралендә төҙөлгән Килешеүгә ярашлы аҫабалар үҙ ерҙәренә аҙаҡ типтәр булып киткән яһаҡ татарын индерә. 1685 йылда шулай уҡ улар ауылдарына ерһеҙ башҡорттарҙы ла (припущенниктар) индерә. Ә мишәрҙәр 1795 йылғы Килешеүгә ярашлы ауылға килеп төпләнә[4].
Ауылдың ир-аты 1735 — 1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалында әүҙем ҡатнаша. Ихтилалды генерал-лейтенант Соймонов аяуһыҙ баҫтыра. Мостафа Табанаевты ғаиләһе менән Минзәлә төрмәһенә ебәрергә тигән приказ бирелә. Әммә был приказ үтәлмәй ҡала. 1783 йылда ауылда 4 кеше, 1795 йылда 19 ихатала — 153, 1816 йылда - 289, 1834 йылда 39 ихатала - 389, 1858 йылда 69 ихатала - 516, 1870 йылда 65 ихатала - 497, 1920 йылда 218 ихатала 1061 кеше йәшәй[4].
1843 йылда 294 аҫаба башҡортҡа 432 бот ужым һәм 600 бот яҙғы игеҫн сәселә.1840 йылда ауылда мәсет, почта станцияһы, ике һыу тирмәне була[4].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 891 | 400 | 491 | 44,9 | 55,1 |
1959 йыл 15 ғинуар | 609 | 252 | 357 | 41,4 | 58,6 |
1970 йыл 15 ғинуар | 677 | 312 | 365 | 46,1 | 53,9 |
1979 йыл 17 ғинуар | 552 | 258 | 294 | 46,7 | 53,3 |
1989 йыл 12 ғинуар | 419 | 198 | 221 | 47,3 | 52,7 |
2002 йыл 9 октябрь | 412 | 215 | 197 | 52,2 | 47,8 |
2010 йыл 14 октябрь | 460 | 242 | 218 | 52,6 | 47,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.