![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/a/a4/Bete_Giyorgis_01.jpg/640px-Bete_Giyorgis_01.jpg&w=640&q=50)
Лалибэла
From Wikipedia, the free encyclopedia
Лалибэла (ҡайһы берҙә Лалибела) — Эфиопияның төньяғындағы ҡала, ташта соҡоп эшләнгән христиан сиркәүҙәре менән билдәле. Лалибэлала Эфиопияның урта быуат цивилизацияһы һәм һуңғы 500 йыл цивилизацияһының күпселек өлөшө һаҡланған[1]. Ил халҡының хаж ҡылыу үҙәге Аҡсумдан генә ҡалышҡан илдең изге урындарының береһе. Аҡсумдан айырмалы рәүештә, Лалибэланың бөтә халҡы тиерлек Эфиопия православие сиркәүенең христиандары булып тора.
Лалибэла | |
![]() | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ үҙәге | Загуэ[d] |
Административ-территориаль берәмек | Lasta[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 2500 метр |
![]() |
Эфиопия IV быуаттың беренсе яртыһында православие динен ҡабул иткән тәүге илдәрҙең береһе була, һәм уның тарихи тамырҙары апостолдарҙың ваҡыты менән билдәләнә. Сиркәүҙәр үҙҙәре VII—XIII быуаттарға ҡарай һәм ғәҙәттәгесә Загве батшаһы Гебре Мескель Лалибэла хакимлығы менән билдәләнә (1181—1221 йй. тирәһе)[2].
Лалибэлала төп биналарҙың урынлашыуы һәм атамалары, айырыуса урындағы руханиҙар тарафынан, Иерусалимды символик күрһәтеү булараҡ киң танылған. Һөҙөмтәлә ҡайһы бер эксперттар әлеге сиркәү формаларын 1187 йылда Иерусалимды мосолмандар башлығы Саладин баҫып алғандан һуң үткән йылдар тип билдәләй[3].
Ҡала диңгеҙ кимәленән 2500 метр бейеклектәге Амхара төбәгенең Сымен-Уолло зонаһында урынлашҡан. Ҡала Ласта провинцияһының (вореданың) үҙәге булып тора, бығаса Бугна провинцияһының бер өлөшө була. Таш сиркәүҙәр 1978 йылда Бөтә донъя мираҫы объекты тип иғлан ителә[1].