Лаврентьев Сергей Николаевич (ғалим)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Лаврентьев Сергей Николаевич (19 апрель 1952 йыл) — комсомол һәм партия органдары ветераны, ғалим-тарихсы, юғары мәктәп эшмәкәре. 1982 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, 1992 йылдан (өҙөклөк менән) — хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1996 йылдан фән буйынса беренсе проректор, 2011 йылдан — ректор, 2016 йылдан — политология, социология һәм философия кафедраһы профессоры. Тарих фәндәре кандидаты (1982). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002), Рәсәй Федерацияһының юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2008).
Сергей Николаевич Лаврентьев | |
Тыуған көнө |
19 апрель 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (71 йәш) |
---|---|
Ғилми даирәһе |
тарих |
Ғилми исеме |
доцент |
Ниндәй өлкәлә танылған |
Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры (2011 йылдан) |
Награда һәм премиялары |
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, ![]() ![]() |