From Wikipedia, the free encyclopedia
Көньяҡ-Көнсығыш Азия (ККА) — Ҡытай, Һиндостан һәм Австралия араһындағы континенталь һәм утрау территорияларын биләгән макрорегион. Һинд-Ҡытай ярымутрауын һәм Малай архипелагын үҙ эсенә ала; Азия-Тымыҡ океан төбәгенең бер өлөшө булып тора.
Артабанғы 11 илде үҙ эсенә ала[1]:
Малакка ярымутрауының көньяҡ өлөшөн һәм Калимантан утрауының төньяҡ өлөшөн Малайзия биләй. Малай архипелагында Бруней, Индонезия, Көнсығыш Тимор, Сингапур һәм Филиппин илдәре урынлашҡан. Вьетнам, Камбоджа, Лаос, Мьянма һәм Таиланд башлыса, өлөшләтә йәки тулыһынса Һинд-Ҡытай ярымутрауында урынлашҡандар. Төбәк төньяҡтан көньяҡҡа 3,2 мең км-ға һәм көнбайыштан көнсығышҡа 5,6 мең км-ға һуҙылған.
Төбәк илдәренең бөтәһе тиерлек (Көнсығыш Тиморҙан башҡа) Көньяҡ-Көнсығыш Азия дәүләттәре берләшмәһенә (АСЕАН) инә[1].
Төбәктә төрлө телдә аралашыусы һәм төрлө дин тотоусы йөҙгә яҡын милләт вәкилдәре йәшәй. Халҡы 599 млн кеше, йәғни Ер халҡының 8 % тәшкил итә. Ява донъялағы халыҡ тығыҙлығы иң юғары булған утрау тип иҫәпләнә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.