![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/1/1e/Belagerung_von_G%25C3%25BCns.png/640px-Belagerung_von_G%25C3%25BCns.png&w=640&q=50)
Кёсегты ҡамау
From Wikipedia, the free encyclopedia
Кёсегты ҡамау йәғни Гю́нсты ҡамау (төр. Güns Kuşatması, нем. Belagerung von Güns) — ғосман армияһының 1532 йылда Кёсег (немецсә Гюнс) тигән бәләкәй сик буйы ҡәлғәһен (фортын) уңышһыҙ ҡамауы менән бәйле австрия-ғосман һуғыштарының эпизоды.
Кёсегты ҡамау | |||
Төп конфликт: Австрия-төрөк һуғышы (1529—1533) | |||
![]() Эдуард Шон. Гюнсты ҡамау | |||
Дата | |||
---|---|---|---|
Урыны |
Кёсег, Венгрия | ||
Нәтижә |
Һаҡлаусылар ғосман армияһының Венаға һөжүмен кисектергән | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
Командирҙар | |||
| |||
Ҡаршы тороусы көстәр | |||
| |||
Юғалтыуҙар | |||
| |||
| |||
![]() | |||
Хорват капитаны Никола Джуришич етәкселегендә Габсбург монархияһының обороналаусы ғәскәрҙәре артиллерияһыҙ барлығы 700—800 хорват һалдаттары көсө менән Кёсег фортын һаҡлаған[1] һәм солтан Күркәм Сөләймән менән бөйөк вәзир Ибраһим паша Паргалы етәкселегендәге 120-200 меңлек ғосман армияһының Венаға һөжүмен туҡтатҡан[1][5].
Ҡамауҙың нисек тамамланыуы аныҡ билдәле түгел, сөнки төрлө сығанаҡтар буйынса ике версия бар. Беренсе версия буйынса Никола Джуришич почётлы шарттарҙа бирелеү тәҡдименән баш тартҡан, ә икенсе версия буйынса ҡәлғәғә символик капитуляцияһы шарттарын тәҡдим иткәндәр. Солтан Күркәм Сөләймән армияның алға барыуын дүрт аҙнаға тотҡарларға һәм август ямғырҙары башланыу менән ҡамауҙы сисергә мәжбүр булған[5], шулай итеп алдан ниәтләгәнсә Венаға һөжүм итеүҙән баш тартҡан һәм Истанбулға ҡайтырға ҡарар иткән[3].
Солтан Күркәм Сөләймән башҡа бер нисә форттарҙы алып үҙенең Венгрияла хакимлығын гарантиялаған[6], әммә ғосман армияһы киткәндән һуң Фердинанд Габсбург юғалтҡан территорияларҙың бер өлөшөн кире ҡайтарған. Бынан һуң 1533 йылда Күркәм Сөләймән менән Фердинанд араһында килешеү төҙөлә, ул Янош Запольяины Венгрия короле статусында раҫлаған һәм башҡа мадьяр ерҙәре Фердинанд хакимлығы аҫтында ҡалыуын таныған[7].