From Wikipedia, the free encyclopedia
Кыталык милли паркы (рус. Национальный парк «Кыталык») — Саха Республикаһының Аллаихов улусындағы милли парк. 2019 йылдың 24 декабрендә ойошторолған[1].
Кыталык милли паркы | |
---|---|
саха Кыталык | |
Категория МСОП — II (Милли парк) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 18855,54 км² |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 24 декабрь 2019 йыл |
Урынлашыуы | |
72° с. ш. 145° в. д._type:landmark HGЯO | |
РФ субъекты | Саха Республикаһы |
Район | Аллаихов улусы |
npkytalyk.ru | |
Кыталык милли паркы Викимилектә |
Парк биләмәһе Кыталык дәүләт тәбиғәт заказнигы һәм урындағы әһәмиәттәге Кыталык ресурс резерваты биләмәләренең мөһим өлөштәрен үҙ эсенә ала[2]. Милли парк булдырыуҙың төп маҡсаты — юғалыу ҡурҡынысы аҫтында булған, Халыҡ-ара Ҡыҙыл китапҡа һәм Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән аҡ торнаның көнсығыш Себер популяцияһын һаҡлау[3].
Парк территорияһында 273 төр көпшәле үҫемлек үҫә, шулар иҫәбенә алһыу родиола, Коцебу һаҙйондоҙо, Пеннелль тубылғыһы инә[4].
Умыртҡалыларҙан һөтимәрҙәрҙең 21 һәм ҡоштарҙың 91 төрө теркәлгән, шуларҙың 63-е оя ҡора. Бында аҡ торна, гагара, сәңкелдәк ҡаҙ, бәләкәй аҡҡош, клоктун, шоңҡар, сапсан оялары урынлашҡан, һыу ҡоштары йөнөн ҡоя. Шулай уҡ бүре, аҡ төлкө, росомаха, ондатра, кимереүселәр бар. Төньяҡ боланы, мышы, кеш, йәтсә, аҫ, һоро айыу, һарыҡ-үгеҙ күренгеләй.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.