Һамар

From Wikipedia, the free encyclopedia

Һамарmap

Һамар (рус. Самара) — Волга йылғаһының һул яҡ бейек ярында, Һамар һәм Суҡ йылғалары тамағында урынлашҡан Рәсәйҙең ҙур ҡалаһы, Һамар өлкәһенең административ үҙәге.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Координаталар ...
Ҡала
Һамар
Флаг[d] Герб[d]
Thumb Thumb
Ил

Рәсәй

Координаталар

53°11′ с. ш. 50°07′ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Лапушкина Елена Владимировна[d][1]

Агломерация

1130000

Телефон коды 846
Һанлы танытмалар
ОКАТО коды

36 401 000 000

ОКТМО коды

36 701 000 001

ГКГН номеры

0012560

Рәсми сайт

city.samara.ru

бүләктәр

Ленин орденыОктябрь Революцияһы ордены

Thumb
Һамар
Һамар
Ябырға

Совет осоронда, 1935 йылдың 27 ғинуарынан 1991 йылдың 25 ғинуарына тиклем дәүләт һәм партия эшмәкәре Валериан Владимирович Куйбышев хөрмәтенә ҡала Куйбышев тип йөрөтөлә.

Халҡы 2009 йылдың 1 ғинуарына 1,135 млн кеше. Рәсәй Федерацияһындағы Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск, Екатеринбург һәм Түбәнге Новгородтан ҡала 6-сы урында тора.

Билдәле шәхестәре

  • Алексеева Ирина Васильевна (16.04.1954), ғалим-музыка белгесе, педагог. 1979 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, 2002 йылдан кафедра мөдире, бер үк ваҡытта 2007 йылдан — «Проблемы музыкальной науки» журналының яуаплы секретары. Башҡортостан йәш композиторҙары төбәк конкурсын (Өфө, 2003 йылдан башлап) үткәреү инициаторы һәм ойоштороусыһы. Сәнғәт ғилеме докторы (2006), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2017) һәм мәғариф отличнигы (2004)[2].
  • Волкова Екатерина Станиславовна (16.03.1964), ғалим-патофизиолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2009 йылдан Башҡортостан физик культура институтының кафедра мөдире. Биология фәндәре докторы (2004), профессор (2005)[3].
  • Сальников Константин Владимирович (2.10.1900—20.06.1966), ғалим-археолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1960—1966 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында археология һәм этнография секторы мөдире. Көньяҡ Уралды тикшереүсе. Тарих фәндәре докторы (1966).
  • Фильчёв Виктор Васильевич (15.02.1948), баянсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, профессор (2001). РСФСР-ҙың (1984) һәм БАССР‑ҙың (1976) атҡаҙанған артисы[4].

Архитектура ҡомартҡылары

Thumb
Чапаев һәйкәле

Чапаев һәйкәле — граждандар һуғышы геройы Василий Иванович Чапаев хөрмәтенә 1932 йылда Һамар академия драма театры алдындағы майҙанға ҡуйылған монумент. Һәйкәлдең күсермәһе Санкт-Петербургтың С. М. Будённый исемендәге Элемтә хәрби академияһы алдындағы майҙанда урынлашҡан. Дөйөм бейеклеге 4,5 метр, шул иҫәптән постаменты — 1,3, скульптура төркөм2 бейеклеге — 3 метр. Бронзанан ҡойолған һәйкәлдең ауырлығы — 12 тонна.

Скульптуры Матвей Генрихович Манизер. Һәйкәлдең күсермәһе 1942—1943 йылдың ҡышында Лениградта ҡуйыла[5]. Композицияның үҙәгендә Василий Иванович Чапаев. Уның янында 7 кеше: башҡорт, комиссар, матрос, һалдат, эшсе, партизан, ҡыҙыл армеец[6]. Һамарҙағы оригинал 1932 йылда Монументскульптура заводында ҡойола һәм ошо уҡ әле торған урынына килтереп ҡуйыла. Ленинград өсөн күсермә 1932—1933 йылда ҡойола. 2006 йылда Харбинда ул боҙҙан эшләнә.

Аэропорт

Ҡаланың төп аэропорты «Рәсәй аэропорттары» холдингына инә («Ренова» составында)[7].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.