From Wikipedia, the free encyclopedia
Краснознаменка—Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.
Краснознаменка | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыуандыҡ районы[1] |
Халыҡ һаны | 457 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 462230 |
Ауыл Ырымбур өлкәһенең һәм райондың үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан көньяҡ—көнсығыш тарафта туранан яҡынса 12 километр алыҫлыҡта, Аҡһаҡал йылғаһының ҡушылдығы Амплейка буйында урынлашҡан[3].
Краснознаменка ауылы, бөтә Ырымбур өлкәһе кеүек үк, МСК+2 (Өфө ваҡыты) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[4]. |
[5].
Ауылдың климаты, Ҡыуандыҡ районына хас булғанса, уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуарҙа уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[6].
Революцияға тиклем Курск һәм башҡа губерналарҙан күсеп килеүселәр нигеҙ һалған, 1901 йылғы сығанаҡта Аҡһаҡал йылғаһы исеме буйынса Аҡһаҡал утары (Аксакальский хутор) булараҡ билдәләнгән. Борон бер янғын килеп сыҡҡан да, ауыл әле йәшәп ятҡан урынға күсенгән.
Совет осоронда «Красное знамя» («Ҡыҙыл байраҡ») колхозы буйынса Краснознаменка тип үҙгәртелә. Халыҡ телендә Знаменка тип йөрөтөлә [3].
2016 йылдың 1 ғинуарында Ырымбур өлкәһенең 2015 йылдың 6 мартындағы 3029 / 834-V һанлы Законына ярашлы Ҡыуандыҡ районы муниципаль берәмегенә, шулай уҡ уға ингән барлыҡ ауыл һәм ҡала биләмәләре Ҡыуандыҡ ҡала округы муниципаль берәмегенә берләштереү юлы менән үҙгәртелә[7] 2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районының Краснознаменка ауыл Советына ингән, муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороуҙан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составында раҫланған.
Октябрь революцияһына тиклем Аҡһаҡал утары (рус. хутор Аксакальский), халыҡ араһында Аксакалка йәки хатта Сакалка тип атап йөрөтөлгән. Совет осоронда Октябрь революцияһы символы - ҡыҙыл байраҡ башта колхозға, шунан инде уның буйынса янындағы торамаға ла күсеп, Краснознаменка булып киткән[8].
2002 йылдағы халыҡ иҫәбе буйынса даими рәүештә 537 кеше (урыҫтар 75%) , 2010 йылда - 457 йәшәгән[9].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.