Королёв Сергей Павлович
совет ғалимы, СССР ракета-йыһан техникаһы һәм ракета ҡоралы етештереүҙе ойоштороусы һәм конструктор,СССР Фәндәр академияһы академигы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Серге́й Па́влович Королёв (30 декабрь 1906 (12 ғинуар 1907), Житомир, Волын губернаһы[d], Рәсәй империяһы[1][2][3] — 14 ғинуар 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[1][4][5][…] (59 йәш), Мәскәү, СССР[1][6]) — совет ғалимы, ракета-космос системалары конструкторы[7], рәйесе СССР-ҙың баш конструкторҙар Советы рәйесе (1946—1966), СССР Фәндәр академияһы академигы (1958).
Сергей Королёв рус. Сергей Павлович Королёв | ||
| ||
---|---|---|
13 август 1956 — 14 ғинуар 1966 | ||
Алдан килеүсе: | вазифа раҫланған; ул шулай уҡ ОКБ-1 НИИ-88 баш конструкторы | |
Дауамсы: | Мишин Василий Павлович | |
| ||
24 апрель 1950 — 13 август 1956 | ||
Алдан килеүсе: | вазифа раҫланған; ул шулай уҡ НИИ-88 3-сө бүлеге начальнигы | |
Дауамсы: | вазифа юҡҡа сығарылған; ул шулай уҡ үҙ аллы ОКБ-1 начальнигы | |
Тыуған: | 30 декабрь 1906 (12 ғинуар 1907) Житомир, Волын губернаһы[d], Рәсәй империяһы[1][2][3] | |
Үлгән: | 14 ғинуар 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[1][4][5][…] (59 йәш) Мәскәү, СССР[1][6] | |
Ерләнгән: | Кремль стенаһы янында некрополь, Мәскәү | |
Супруг: | Винцентини, Ксения Максимилиановна[d] | |
Балалары: | Королёва, Наталья Сергеевна[d] | |
Партия: | КПСС (1953 йылдан) | |
Белеме: | «Игорь Сикорский исемендәге Киев политехник институты» Милли техник университеты (Киев политехник институты) Мәскәү юғары техник училищеһы | |
Автограф: | ||
СССР-ҙы алдынғы ракета-космос державаһына әйләндергән һәм стратегик паритет тәьмин иткән совет ракета-йыһан техникаһын булдырыусыларҙың һәм кешенең йыһанды үҙләштереүенә өлөш индергән төп фигура, практик космонавтикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. СССР-ҙың рәсми документтарында уны «Баш конструктор» тип атайҙар[⇨]. Уның етәкселегендә Ерҙең беренсе яһалма юлдашын һәм беренсе космонавт Юрий Гагаринды йыһанға осороу ойошторола һәм тормошҡа ашырыла. Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин премияһы лауреаты. 1953 йылдың июленән КПСС ағзаһы[8].