Корея Республикаһы
Көнсығыш Азиялағы дәүләт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Коре́я Республикаһы йәки Күриә Республикаһы (кор. 대한민국 [tɛːhanminɡuk̚] тэха́н мингу́к, Тәһан Мингүк) — Көнсығыш Азиялағы дәүләт. Корея ярымутрауында урынлашҡан. Киң мәғлүмәт сараларында ҡулланылған, рәсми булмаған атамаһы — Көньяҡ Коре́я.
| |||||
Девиз: «널리 인간 세계를 이롭게 하라 (Кешелеккә ярҙам күрһәтә, 弘益人間)» | |||||
Гимн: «Эгукка» | |||||
Рәсми тел | күрийса | ||||
Баш ҡала | Сеул | ||||
Эре ҡала | Сеул, Пусан, Инсон, Тэгу, Тэйон | ||||
Идара итеү төрө | Президент республикаһы | ||||
Президент Премьер-министр | Юн Сок Ёль[1] Ким Хван Сик[2] | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 107 99 392 км² 0,3 | ||||
Халыҡ • Һаны (2007) • Халыҡ тығыҙлығы | 49 024 737 чел. (25) 480 чел./км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2010) • Бер кешегә |
1,457 трлн.[3] долл. (12) 29,730(2017)[3] долл. | ||||
ИЧР | 0,897 (бик юғары) (15 урын) | ||||
Валюта | вон (KRW, код 410) | ||||
Интернет-домен | .kr | ||||
Код ISO | KR | ||||
МОК коды | KOR | ||||
Телефон коды | +82 | ||||
Сәғәт бүлкәте | +9 |
Илдең майҙаны 100 210 км²[* 1]. 2017-се йылғы иҫәпләүҙәрҙән һуң, халыҡ һаны 51 миллион булыуы асыҡлана. Майҙаны буйынса йөҙ ҙә етенсе, ә халыҡ һаны буйынса егерме етенсе[] урында тора.
Баш ҡалаһы — Сеул. Дәүләт теле: корея һәм Күриә ым-ишаралар телеruen
Унитар дәүләт ойошоу формаһы яғынан президент республикаһы. 2017-се йылғы һайлауҙарҙан. һуң, шул уҡ йылдың 10 майынан илдең президенты вазифаһын Мун Чжэ Ин башҡара. Корея Республикаһы 16 административ-территориаль берәмектрәҙән тора. Шулар араһынан 9 — провинция, 6 — метрополит ҡала (статустары провинция менән бер тигеҙ) һәм айырмалы рәүештәге статуслы бер ҡала — (Сеул). бар.
Ил Корея ярымутрауының көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Корея Халыҡ-Демократик республикаһы менән утрауҙа күршелек итәләр. Әммә улар демилитаризованланған зона менән бүленгән. Диңгеҙ аша күршеһе булып Япония тора. Көнбайыштан ил Һары, көнсығыштан — Япон, көньяҡтан Көнсығыш-Ҡытай диңгеҙҙәре һәм Корея проливы менән йыуыла.
Корея Республикаһы — күп милләтле, корейҙар халыҡ һанының яҡынса 96 % тәшкил итә.
65 % кеше динһеҙ, ә төп диндәре булып буддизм һәм христианство тора.
Үҫешкән экономикалы индустриаль дәүләт. ВВПның дәүмәле һатып алыу мөмкинселектәре паритеты буйынса 2018-се йылда 2,139 триллион доллар тәшкил итә (яҡынса бер кешегә 41 400 доллар тура килә). Аҡса берәмеге — Көньяҡ Корея воны.
Корея дәүләте үҙ тарихын б.э. тиклемге IV—III быуаттарҙан алып бара. Икенсе донъя һуғышыныңнан һуң Корея ( элекке Япония империяһының өлөшө), СССР ҡанаты аҫтындағы төньяҡ һәм США ҡарамағы аҫтындағы көньяҡ өлөштәргә бүленә. Корея Республикаһы 1948-се йылдың 15 авгусында америка зонаһында барлыҡҡа килә. Унан һуң, 9 сентябрҙә, совет дәүләте зонаһында Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы. Ошо ваҡиғаларҙан һуң үткән Корея һуғышы (1950—1953) бүленештәрҙе нығытып ҡуя.