From Wikipedia, the free encyclopedia
Коупавогюр (исл. Kópavogur) — Халҡы һаны буйынса (Рейкьявик ҡалаһынан һуң) икенсе урынды биләгән ҡала һәм Исландия общинаһы. Төньяҡта Рейкьявик менән сиктәш, Исландияның 65 % халҡы йәшәгән агломерация составына инә. Коупавогюр баш ҡала төбәгенең бер өлөшө булып тора. Коупавогюр ҡалаһы башлыса торлаҡ райондарҙан тора, әммә бында коммерция майҙандары һәм ҙур етештереү эшмәкәрлек майҙандары ла бар. Исландияла иң бейек бина — Смараторг манараһы (башняһы), ул Коупавогюр үҙәгендә урынлашҡан.
Копавогур | |
исл. Kópavogur | |
Герб | |
Рәсми атамаһы | Kópavogur һәм Kópavogsbær[1] |
---|---|
ХФА-лағы транскрицияһы | [ˈkʰoːupavɔɣʏr̥][2] |
Дәүләт | Исландия |
Административ үҙәге | Kópavogsbær[d] |
Административ-территориаль берәмек | Kópavogsbær[d] |
Сәғәт бүлкәте | ECG[d] |
Хөкүмәт башлығы | Ásdís Kristjánsdóttir[d][1][3] |
Халыҡ һаны | 39 810 кеше (1 ғинуар 2023)[4] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 8 метр |
Туғандаш ҡала | Тасиилак[d], Клаксвуйк[d], Мариехамн, Оденсе[d], Тампере[d][5], Тронхейм[d], Ухань, Норрчёпинг[d] һәм Riverton[d] |
Милке | Kópavogsvöllur[d] |
Сиктәш | Гардабайр[d] һәм Рейкьявик |
Майҙан | 83 720 000 квадрат метр |
Почта индексы | 200, 201, 202 һәм 203 |
Рәсми сайт | kopavogur.is |
Копавогур Викимилектә |
Коупавогюр 1662 йылдың тарихи осрашыу урыны булараҡ бик ҙур әһәмиәткә эйә[6]. Был ваҡиға Исландияның Дания-Норвегияға тулыһынса индерелеүен раҫлап тора. Бында исланд халҡы исеменән епископ Бриньольфур Свейнссон һәм адвокат Анри Оддссон королдең абсолют монархия идереүенең Исландияға ла ҡағылышын раҫлаусы документҡа ҡул ҡуялар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.