Консерватизм
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡалып:Консерватизм
Консерватизм | |
Әһәмиәтле кеше | Эдмунд Бёрк[d][1], Майкл Оукшотт[d], Жозеф де Местр[d], Бональд, Луи Габриэль Амбруаз[d], Юстус Мёзер[d] һәм Фридрих фон Генц[d] |
---|---|
Кем ҡушҡан | Франсуа-Рене де Шатобриан[d] |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Эдмунд Бёрк[d] |
Ҡапма-ҡаршыһы | Либерализм |
Консерватизм Викимилектә |
Консерватизм (франц. conservatisme, лат. conservo — һаҡлау) — иҫке тәртиптәрҙе, ҡараштарҙы алға һөрөү; һәр төрлө яңылыҡҡа, прогресҡа дошманлыҡ[2]. Социаль һәм дини доктриналарға, традицион ҡиммәттәргә һәм тәртипкә идеологик бирелгәнлек. Сәйәсәттә — дәүләт һәм ижтимағи байлыҡты һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән хәрәкәт, радикаль реформаларҙы һәм экстремизмды ҡабул итмәү. Тышҡы сәйәсәттә — хәүефһеҙлекте нығытыу, традицион союздаштарҙы яҡлау өсөн ҡораллы көс ҡулланыу мөмкинлеге, тышҡы иҡтисади мөнәсәбәттәрҙә протекционизмды яҡлау.
Консерватизм идеологияһы «Француз революцияһы дәһшәттәренә» (Эдмунд Бёрктың «Француз революцияһы тураһында уйланыуҙар» тигән билдәле памфлеты, 1790]]) яуап булараҡ формалаша. Иҡтисади һәм социаль иректәр талап иткән либерализмға [3] һәм социаль тиңлек талап иткән, хосуси милекте сикләгән социализмға ҡаршы тора. Бёрктан тыш, консерватизмдың формалашыуына француз иезуиты Жозеф де Местр (1753—1821), инглиз фәйләсүфе Томас Гоббс (1588—1679) һәм Австрия канцлеры граф Клемент Меттерних (1773—1859) ҙур өлөш индерә.
Хәҙерге йәмғиәттәрҙә өс төп идеология — либерализм, социализм һәм консерватизм — араһына инә. Уны кирегә китеүҙе хуплаған, яңылытҡарҙы күрә алмаған обскурантизмдан (томаналыҡтан) һәм традиционализмдан айырып ҡарарға кәрәк. Хәҙерге консерватизм (неоконсерватизм) ҡайһы берҙә хатта башҡа сәйәси ағымдарға ҡарағанда һығылмалыраҡ һәм етеҙерәк тә булғылай. Миҫалдар — Рейгандың АҠШ-тағы реформалары, Бөйөк Британияла Тэтчерҙың реформалары.