From Wikipedia, the free encyclopedia
Ковалев Сергей Никитич (15 август 1919, Петроград[2]) — 24 февраль 2010, Санкт-Петербург — стратегик тәғәйенләнештәге совет атом һыу аҫты крейсерҙарының генераль конструкторы[3].
Ковалёв Сергей Никитич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 15 август 1919[1] |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 24 февраль 2011[1] (91 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Красненькое зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | корабел, инженер, инженер-конструктор |
Эшмәкәрлек төрө | инженер-конструктор[d] |
Эш урыны | Рубин (конструкторлыҡ бюроһы) |
Уҡыу йорто |
Санкт-Петербург дәүләт диңгеҙ техник университеты[d] Национальный университет кораблестроения имени адмирала Макарова[d] |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ойошма ағзаһы | Рәсәй Фәндәр академияһы һәм СССР Фәндәр академияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ковалёв Сергей Никитич Викимилектә |
Сергей НИкитич Ковалев ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1963, 1974) Ленин премияһы (1965) һәм СССР, РФ Дәүләт премияһы (1978, 2007) лауреаты, дүрт тапҡыр Ленин ордены (1963, 1970, 1974, 1984), Октябрь Революцияһы ордены (1979) кавалеры, Рәсәй Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1991, СССР Фәндәр академияһы — 1981), техник фәндәре докторы.
Сергей Никитич Ковалёв 1919 йылдың 15 авгусында Петроградта диңгеҙ офицеры Никита Назарович Ковалев һәм уның ҡатыны Анастасия Ивановна ғаиләһендә тыуа.
Мәктәпте тамамлағандан һуң, 1937—1942 йылдаррҙа Ленинград караптар төҙөү институтында уҡый. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда эвакуацияла булып, уҡыуҙы Николаев караптар төҙөү институтында тамамлай.
1943 йылда институтты тамамлағандан һуң, 18 -се Үҙәк конструкторлыҡ бюроһына эшкә ебәрелә (хәҙер «Рубин» диңгеҙ техникаһының Үҙәк конструкторлыҡ бюроһы). 1948 йылда 1948 йылда Махсус конструкторҙар бюроһына (143) баш конструктор ярҙамсыһы вазифаһына күсерелә. 1954 йылдан 617-се проекттың пар-газ-турбиналы кәмәһенең баш конструкторы була[4].
1958 йылдан 658, 658М, 667А, 667Б, 667БД, 667БДР, 667БДР, 667БДР һәм 941 проекттарының стратегик тәғәйенләнештәге атом һыу аҫты кәмәләре һәм һыу аҫты крейсерҙарының баш (һуңынан Генераль) конструкторы була. «Севмаш»та уның проекттары буйынса 73 һыу аҫты кәмәһе төҙөлә[5] Дөйөм алғанда, Ковалевтың һигеҙ проекты буйынса 92 һыу аҫты кәмәһе төҙөлә[6].
Сергей Никитич 90 йәшенә тиклем конструкторҙар бюроһына эш башына килә һәм эш көнө тамамланғас сығып китә.
Сергей Никитич Ковалёв Санкт-Петербургта 92-се йәшендә вафат була. 2011 йылдың 24 февралендә ул үҙен насар тоя башлай. Туғандары «Ашығыс ярҙам» саҡырта, ул дауаханаға илткән юлда вафат була[7].
Беренсе мартта «Рубин» диңгеҙ техникаһының үҙәк конструкторҙар бюроһында һәм Николай соборында йыназа уҡыу ойошторола. Ковалёв Санкт-Петербургтағы Красненькое зыяратында ерләнә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.