![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/f/fb/RU_COA_Bielski-Gedim.png/640px-RU_COA_Bielski-Gedim.png&w=640&q=50)
Кенәз
IX—XVIII быуаттарҙа славяндар һ.б. халыҡтарҙа феодаль монархия дәүләте башлығы; феодаль аристократия вәкиле; / From Wikipedia, the free encyclopedia
Кенәз[1][2] — IX—XVIII быуаттарҙа славяндар һәм башҡа ҡайһы бер халыҡтарҙа феодаль монархия дәүләте (кенәзлеге) йәки айырым сәйәси берәмектең (биләмә (удел кенәзе) башлығы; феодаль аристократия вәкиле; һуңыраҡ — Көнбайыш һәм Көньяҡ Европала мөһимлеге буйынса принц йәки герцог менән тиңләштерелгән юғары дворян титулы, Үҙәк Европала (элекке Изге Рим империяһы) был титул фюрст, ә Төньяҡ Европала — конунг тип аталған.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/f/fb/RU_COA_Bielski-Gedim.png/640px-RU_COA_Bielski-Gedim.png)
«Кенәз» термины princeps һәм Fürst, ҡайһы берҙә dux (ғәҙәттә герцог) тигәнгә барып тоташҡан көнбайыш европа титулдарын тапшырыу өсөн ҡулланыла.
Бөйөк кенәз/Бөйөк кенәз ҡыҙы — Рәсәй империяһында Рәсәй императоры фамилияһы ағзаларының дворян титулы, 1886 йылдан Рәсәй императорҙарының улдарына (ҡыҙҙарына) һәм ир линияһы буйынса ейәндәренә (әммә ейәнсәрҙәренә түгел) генә ҡараған.
(Бөйөк) кенәз ҡатыны — (бөйөк) кенәздең ҡатыны, шулай уҡ дворян ҡатламындағы ҡатын-ҡыҙ титулы; княжич — кенәздең улы (славяндарҙа ғына), княжна — кенәздең ҡыҙы.