Кейекбай
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Кейекбай (рус. Киекбаево) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. Кейекбай ауыл советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 296 кеше[2]. Почта индексы — 453588, ОКАТО коды — 80219819001.
Ауыл | |
Киекбаево башҡ. Кейекбай | |
Мәҙәниәт йорто | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453588 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Кейекбай ауылы Ағиҙел йылғаһының ҡушылдығы Көргәс йылғаһы буйында, район үҙәге Иҫке Собханғол ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 16 километр һәм Белорет тимер юлынан 161 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
1834 йылда Көргәс йылғаһы буйында барлыҡҡа килгән ауылға, Кейекбайға, Әтектәр үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Бында 23 ғаилә — 170 кеше күсеп килгән. Ауыл Кейекбай Юлтимеров исемен йөрөтә. Ауылдың икенсе исеме — Баш Тире. 25 йылдан һуң 40 ихатала 300 кеше йәшәгән.
Халҡы — ярым күсмә малсылар. XIX быуаттың 40-сы йылдары башында ауылдағы бөтә 28 йорт йәйләүгә күскән. Улар иҫәбенә 113 ат, 61 һыйыр, 15 баш кәзә тура килгән. 170 кешегә 24 бот ужым ашлығы, 184 бот яҙғы ашлыҡ сәселгән.
Ауылда 1812 йылдағы Ватан һуғышы ветераны «Парижды алған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән Арыҫланғол Хәмитов һәм Ырымбур губернаторы Перовскийҙың уңышһыҙ тамамланған Хиуа походы (1839—1840)нда ҡатнашҡан Йәмлиха Байназаров йәшәгән[4].
1864 йылдан алып Кейекбай улус үҙәгенә әүерелә.
1920 йылда 93 йорттоң һәр береһендә уртаса 4,2 кеше йәшәй[5].
2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (100 %)[7].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | 225 | ||||
1920 йыл 26 август | 388 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 171 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 91 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 236 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 280 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 296 | 157 | 139 | 53,0 | 47,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Әлеге ваҡытта Кейекбайҙа башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто бар[8].
1859 йылда Бөрйән районының Кейекбай ауылы мәхәлләһенең тәүге мәсете төҙөлөп файҙаланыуға тапшырылған. Унда Мәндәғолдан (4 саҡрым), Аҡбулаттан (8 саҡрым) мәсеткә йөрөгәндәр. Рәсәй Эске Эштәр Визаратының (Министрлығының) Ырымбур виләйәте идараһы (ЫВИ) тарафынан 1875 йылда 17-се июнендә раҫланған. Имам Юлтимеров Заһитулла Фәйзулла улы (1825—1909 йй.) ауылда тәүге мәсет төҙөтөүгә өлгәшкән д а у а м ы …
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.