Квант механикаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Квант механикаһы — теоретик физиканың бер бүлеге, ул физик күренештәрҙәге хәрәкәт Планктың даими һаны менән сағыштырмалы икәнлеген һүрәтләй. Квант механикаһындағы алдан әйтеүҙәр-фаразлауҙар классик механика фаразлауҙарынан ныҡ айырылып торалар. Планктың даими һаны, макроскопик объекттарҙың йоғонтоһо менән сағыштырып ҡарағанда бик бәләкәй ҙурлыҡты күрһәткәнлектән, квант эффекттары микроскопик масштабтарҙа кәүҙәләнеш табалар. Әгәр физик системалағы хәрәкәттәрҙең ҙурлығы Планктың даими һанынан ҙур булһа, был хәрәкәттәр квант механикаһынан классик механикаға күсә. Үҙ сиратында, квант механикаһы релятив (сағыштырма) булмаған яҡынса иҫәпләүҙәр менән алынһа (йәғни бәләкәй генә энергияларҙы системаның массив киҫәксәләренең тыныс торған энергияһы менән сағыштырып ҡарағанда), ул инде квант майҙанының-ҡырының теорияһын аңлата.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/5/50/EffetTunnel.gif)
Макроскопик системаларҙы бик яҡшы итеп аңлатҡан классик механика молекулалар, атомдар, электрондар һәм фотондар араһында булған күренештәрҙе аныҡ ҡына аңлата алмай. Квант механикаһы иһә атомдарҙың, молекулаларҙың, иондарҙың, конденсатлы мөхиттәрҙең һәм электрон-йәҙрәле системаларҙың төп үҙенсәлектәрен һәм уларҙың тәртибен-холҡон,үҙ-үҙен тотошон аныҡлап аңлата . Майҙансыҡтың-ҡырҙың квант теорияһын ҡулланып, квант механикаһы шулай уҡ электрондарҙың, фотондарҙың һәм элементар киҫәксәләрҙең, дөрөҫөрәге элементар киҫәксәләрҙең бик аныҡ релятив (сағыштырмаса) инвариантлы аңлатмаларын һүрәтләй. Квант механикаһын ҡулланып үткәрелгән эксперименттарҙың һөҙөмтәһе был әйтеп үткәндәрҙе раҫлай.
Квант кинематикаһының төп аңлатмалары булып күҙәтелеү һәм торош аңлатмалары тора.
Квант динамикаһының төп тигеҙләмәләре — Шрёдингер тигеҙләмәһе, фон Нейман тигеҙләмәһе, Линдблад тигеҙләмәһе, Гейзенберг тигеҙләмәһе һәм Паули тигеҙләмәһе.
Квант механикаһы математиканың бик күп бүлектәре: шул иҫәптән операторҙар теорияһы, ихтималлыҡ теорияһы, функциональ анализ, алгебраның операторлылары, группалар теорияһы менән бәйле.