Каппель Владимир Оскарович
From Wikipedia, the free encyclopedia
Каппель Владимир Оскарович (28 апрель 1883 йыл — 26 ғинуар 1920 йыл) — Рәсәй империяһы хәрби эшмәкәре, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы.
Совет Рәсәйенең Көнсығышындағы Аҡтар хәрәкәте етәкселәренең береһе. Генераль штаб генерал-лейтенанты (1919). Урыҫ армияһының Көнсығыш фронты баш командующийы (1919 йыл). Юғары хаким А. В. Колчак Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн Каппелды тулы генералға тиклем үрләтергә ниәтләй, әммә өлгәрмәй.
III һәм IV дәрәжә Изге Георгий ордендары, IV дәрәжә Изге Владимир ордены, II, III һәм IV дәрәжә Изге Анна ордендары, II һәм III дәрәжә Изге Станислав ордендары кавалеры.
1918 йылдың июнендә ҙур булмаған доброволецтар отрядын етәкләй, артабан был отряд Айырым уҡсылар бригадаһына әүерелә — Комуч Халыҡ армияһының иң ышаныслы һәм һуғышҡа һәләтле хәрби частарының береһе. Һуңғараҡ Халыҡ армияһы Волга буйы фронтының Сембер төркөмө менән етәкселек итә. 1918 йылдың аҙағында Көнсығыш Рәсәйҙең большевиктарға ҡаршы көстәре берләшеү барышында Колчак армияһының 1-се Волга («Каппель») корпусын етәкләй. 1919 йылдың декабрендә һәләкәткә дусар булған Урыҫ армияһының Көнсығыш фронты менән етәкселекте үҙ өҫтөнә ала, уны Красноярск тирәһендәге ҡамауҙан ҡотҡарып алып ҡала, үҙенең ғүмере хаҡы менән булһа ла Байкалға алып сыға ала.