урыҫ живописецы, графигы һәм һынлы сәнғәт теоретигы From Wikipedia, the free encyclopedia
Кандинский Василий Васильевич (4 декабрь (16 декабрь) 1866 йыл, Мәскәү — 13 декабрь 1944 йыл, Нейи-сюр-Сена, Франция) — Рәсәй империяһы рәссамы, график һәм һынлы сәнғәт теоретигы, абстракционизмға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. «Күк һыбайлы» төркөмөн булдырыусыларҙың береһе.
Василий Кандинский | |
Тыуған: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Үлгән: |
13 декабрь 1944 (77 йәш) |
Үлгән урыны: |
Нёйи-сюр-Сен, Франция |
Ил: | |
Жанр: |
живописец, график и теоретик изобразительного искусства |
Уҡыған урыны: |
частная студия Антона Ашбе (Мюнхен), Мюнхенская академия художеств |
Сайт: | |
Имза: | |
Работы |
Мәскәүҙә тыуған, Одессала музыкаль һәм һынлы сәнғәт буйынса белем ала. Кандинскийҙар ғаиләһе был ҡалаға 1871 йылда күсенә. Ата-әсәһе улдарының юрист булыуын күҙаллай, Василий Васильевич Мәскәү университетының Юридик факультетын бик яҡшы тамамлай, 1893 йылда шунда уҡыта башлай, доцент ғилми дәрәжәһен ала. 1896 йылда данлыҡлы Дерпт университеты Кандинскийға профессор урынын тәҡдим итә, әммә ул баш тарта. 30 йәшендә Кандинский рәссам булырға ҡарар итә. 1895 йылда Мәскәүҙә үткәрелгән импрессионистар күргәҙмәһе йоғонтоһо, бигерәк тә Клод Моненың «Бесән кәбәне» картинаһынан алған тәьҫораттар, уны ошо ҡарарға килтерә. 1896 йылда ул Мюнхенға күсенә һәм немец экспрессионистары менән таныша. Беренсе донъя һуғышы башланғас, Мәскәүгә ҡайта, әммә 1921 йылда ҡайтанан Германияға юллана. Баухаузды нацистар япҡандан һуң, ҡатыны менән Францияға күсенә, 1939 йылда француз гражданлығын ала.
Василий Васильевич Кандинский Нерчинскийҙың каторжан вариҫтары булған сауҙагәрҙәр ғаиләһенән. Уның ҡарт өләсәһе тунгус кенәзе Гантимеровтар ҡыҙы була, ә атаһы Байкал аръяғынан (Кяхта) боронғо Кандинскийҙар нәҫеле вәкиле, уларҙың шәжәрә ебе мансиҙарҙың Кондин кенәзлеге кенәздәренә барып тоташа.
Василий Кандинский Мәскәүҙә, коммерсант Василий Сильвестрович Кандинскийҙың ғаиләһендә тыуа (1832—1926). Бала сағында ата-әсәһе менән Европа илдәре һәм Рәсәй буйлап сәйәхәт итә. 1871 йылда ғаилә Одессала[4] төпләнә, ошонда буласаҡ рәссам гимназия тамамлай, шулай уҡ һынлы сәнғәт һәм музыка белемен ала. 1885—1893 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетында уҡый (1889—1893 йылдарҙағы өҙөклөктәр менән), бында ул политик экономия һәм статистика кафедраһында профессор А. И. Чупров етәкселегендә экономика һәм хоҡуҡ белемдәрен өйрәнә. Сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, 1889 йылда уҡыуын ташлап тора һәм 28 майҙан (9 июнь) 3 (15) июлгә тиклем Вологда губернаһы[5][6] өйәҙҙәре буйлап этнографик экспедицияла йөрөй.
1893 йылда Кандинский юридик факультетты тамамлай. 1895—1896 йылдарҙа Мәскәүҙә, Пименовская урамында урынлашҡан «И. Н. Кушнерёв һәм К° ширҡәте» типографияһында художество директоры булып эшләй.
Рәссам карьераһын Кандинский сағыштырмаса һуңыраҡ — 30 йәшенә еткәс һайлай. 1896 йылда ул Мюнхендә төпләнә һәм 1914 йылға тиклем Германияла ҡала. Мюнхенда рус рәссамдары А. Г. Явленский, М. В. Верёвкина, В. Г. Бехтеев, Д. Н. Кардовский, М. В. Добужинский, И. Я. Билибин, К. С . Петров-Водкин, И. Э. Грабарь менән таныша.
С 1897 йылда А. Ашбеның шәхси студияһында һынлы сәнғәткә өйрәнә[7]
1900 йылда Мюнхен художество академияһына уҡырға инә, унда Франц фон Штукала белем ала. 1901 йылда Кандинский «Фаланга» художество берекмәһен ойоштора, уның эргәһендә мәктәп аса һәм шунда уҡ уҡыта.
1900 йылда Кандинский бик күп сәйәхәт итә, Төньяҡ Африка, Италия, Францияла була; Одессала һәм Мәскәүҙә лә булып китә. Мәскәү рәссамдары ширҡәте күргәҙмәләрендә ҡатнаша.
Кандинский 1902 йылдың йәйендә Мюнтер һәм Габриэланы Мюнхен ҡалаһы янына, Альп тауҙарына үҙенең йәйге рәсем дәрестәренә саҡыра. Шулай итеп уларҙың профессиональ мөнәсәбәттәре шәхси мөнәсәбәттәргә әйләнә.
.1910 һәм 1912 йылдарҙа шулай уҡ «Бубновый валет» һынлы сәнғәт берекмәһе күргәҙмәләрендә ҡатнаша . Был йылдарҙа ул рәсем сәнғәтендә төҫтөрҙе «ритмик» файҙаланыу новаторлыҡ концепцияһын уйлап таба.
1909 йылда Кандинский "Яңы Мюнхен әҙәби берекмәһе"н, 1911 йылда — «Күк һыбайлы» альманахын һәм төркөмөн ойоштора. Танылыу алған рәссам-экспрессионистар Франц Марк, Алексей Явленский, Марианна Верёвкина, шулай уҡ Пауль Клее уның ағзалары булып китә. Ошо уҡ ваҡытта уның тәүге шәхси күргәҙмәһе үткәрелә.
1914 йылда рәссам Мәскәүгә ҡайта. Артабанғы йылдарҙа реалистик һәм ярымабстракт картиналар, нигеҙҙә, пейзаждар өҫтөндә эшләй.
1917 йылдың 11 февралендә Нина Николаевна Андреевская менән никахҡа инә (1893—1980).
1917 йыл революцияһынан һуң Кандинский йәмәғәт эштәре менән әүҙем шөғөлләнә.
1918 йылда һәйкәлдәрҙе һаҡлауҙы ойоштороуҙа, Һынлы сәнғәт музейын һәм Рәсәй художество фәндәре академияһын булдырыуҙа ҡатнаша, ВХУТЕМАС-та уҡыта һәм «Баҫҡыстар» автобиографик китабын баҫтырып сығара (М., 1918).
1918—1919 йылдарҙа ул Наркомпростың ИЗО бүлеге художество коллегияһы ағзаһы, 1919—1921 йылдарҙа — Бөтә Рәсәй һатып алыу комиссияһы рәйесе, репродукциялар оҫтаханаһының ғилми консультанты һәм мөдире, Мәскәү университетының почетлы профессоры була. Кандинский шулай уҡ Рәсәй һынлы сәнғәт фәндәре академияһының вице-президенты итеп һайлана. Шул уҡ ваҡытта картиналар яҙыуын дауам итә — атап әйткәндә, быялала «Амазонка» (1918) һәм «Тауҙарҙа Амазонка» (1919) декоратив композицияларын яҙа
1921 йылдың декабрендә Кандинский Рәсәй художество фәндәре академияһының бүлексәһен асыу өсөн Берлинға юллана. Германияла үткәрелгән Беренсе рус сәнғәте күргәҙмәһендә ҡатнаша. Шул китеүҙән Рәсәйгә кире ҡайтмай.
Берлинда Василий Кандинский һынлы сәнғәттән уҡыта башлай, ә 1922 йылдың йәйенән "Баухауз"та эшләй һәм мәктәптең күренекле теоретигына әйләнә. Тиҙҙән Кандинский абстракт сәнғәт лидерҙарының береһе булараҡ донъяла танылыу ала.
Был 1928 йылда рәссам немец гражданлығын ала, әммә 1933 йылда, власҡа нацистар килеү менән, Францияға эмиграциялай.
1933 йылдан 1944 йылға тиклем Парижда йәшәй, интернациональ һынлы сәнғәт процесында ҡатнаша.
1939 йылда Василий Кандинский Франция гражданлығын ҡабул итә.1944 йылдың 13 декабрендә Париж ситендәге Нейи-сюр-Сен биҫтәһендә вафат була. Париж янындағы Потю һәм Нантер коммуналарында урынлашҡан Яңы Нейи зыяратында ерләнә.
Рәссамдың ижады сәскә атҡан осор Мюнхен һынлы сәнғәт мәктәбе эргәһендәге йәйге курстарҙа (Münchner Malschule Phalanx) уҡытҡан сағына тура килә. Уҡыусылары менән ул Фильс һәм Наб йылғалары ҡойған уйпатлыҡта урынлашған һоҡланғыс тәбиғәтле Калльмюнц (Kallmünz) ҡаласығына йыш бара. Ябай һөйләштә был ҡаланы «Оберпфальц ынйылары» тип йөрөтәләр. Бында 35 йәшлек Кандинский мәктәптәң 26 йәшлек тыңлаусыһы Габриэла Мюнтер (Münter Gabriele) менән ҡауыша . Ләкин 1911 йылда беренсе ҡатыны Анна Чемякина менән айырылышыуына ҡарамаҫтан, яңы никахты теркәргә ашыҡмайҙар. Беренсе бөтә донъя һуғышы башланғандан һуң Кандинскийҙың Рәсәйгә ҡайтып китеүенә бәйле, улар айырылыша, ләкин 1915 йылда яңынан өс айҙы бергә Стокгольмда үткәрә. Был ваҡытҡа Габриэла ысын рәссамға әйләнгән була, әммә уның картина яҙыу стиле Кандинскийҙың яҙыу манераһынан айырыла. Нацизм хөкөм һөргәндә Кандинскийҙың картиналары, «дегенератив сәнғәт» категорияһына индерелеп, күргәҙмәләргә ҡуйылмай. Уларҙың ҡайһы берҙәрен Габриэла һаҡлап ҡала. Ул ҡасандыр Василий менән йәшәгән Мурнау-ам-Штаффельзейҙағы йортонда даими йәшәй. Шунда уҡ 1962 йылда вафат була.
Әлеге ваҡытта 40-ҡа яҡын эше Мюнхенда һаҡлана. (Ленбах йортондағы ҡала галереяһында).
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.