Канар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Канар утрауҙары — Атлантик океандағы вулкан һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ете утрауҙан торған архипелаг, Африканың (Марокко һәм Көнбайыш Сахара) төньяҡ-көнбайыш ярҙары янында урынлашҡан. Утрауҙар Испанияға ҡарай һәм уның автоном ширҡәттәренең береһе булып тора. Баш ҡалаһы икәү - Санта-Крус-де-Тенерифе һәм Лас-Пальмас-де-Гран-Канария, әммә1927 йылға тиклем тик Санта-Крус-де-Тенерифе генә була. Кәнәри утрауҙары тип тә атайҙар.
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Статус |
автономная область | ||
Берләштерә |
провинции Санта-Крус-де-Тенерифе и Лас-Пальмас | ||
Административ үҙәк |
Санта-Крус-де-Тенерифе и Лас-Пальмас-де-Гран-Канария (раз в 4 года столица переезжает) | ||
Эре ҡалалары |
Лас-Пальмас-де-Гран-Канария | ||
Башҡа эре ҡалалары |
Санта-Крус-де-Тенерифе | ||
Президент |
Паулино Риверо Бауте | ||
Рәсми тел |
испанский | ||
Халҡы (2012) |
2 118 344 [1] (4,5 %, 8 урын) | ||
Тығыҙлығы |
284,5 кеше/км² (3 урын) | ||
Майҙаны |
7447 км² (1,5 %, 13 урын) | ||
Код ISO 3166-2 |
ES-CN | ||
Рәсми сайты | |||
"Канар утрауҙары" атамаһы (исп. Las Islas Canarias) лат. Canariae Insulae тигәнде аңлата, йәғни һүҙмә-һүҙ әйткәндә "Эт утрауҙары". Боронғо Рим ғалимы Өлкән Плиний был атама утрауҙа ҙур эттәрҙең күп булыуына бәйле бирелгән тип иҫәпләгән. Бының менән ул архипелагка беҙҙең эраның 40-сы йылдарында сәйәхәт яһаған мавритан[2][3] короле Юбы II яҙмаларына һылтана. Был сәйәхәттән үҙ иленә (хәҙерге Марокко биләмәһе) ике эт алып ҡайта, аҙаҡ улар Канар утрауҙарының гербында һүрәтләнә.
Шулай уҡ урындағы халыҡ, гуанча, эттәрҙе изге хайуан тип һанаған. Египет культы булған эт башлы Анубис менән уларҙың да бәйләнеше булыуы ихтимал.
Бынан тыш Боронғо Рим сығанаҡтарында Марокко биләмәһендә йәшәгән бербер ҡәбиләләренә бәйле фараздар ҙа бар.