Кавказ тауҙары
From Wikipedia, the free encyclopedia
Кавказ тауҙары (абх. Кавказаа ашьхақәа, авар. Кавказалъул мугIрул, адыг. Къаукъаз къурш, әзерб. Qafqaz dağları, әрм. Կովկասյան լեռնաշղթա, груз. კავკასიონი, дарг. Кавказла дубурти, ингуш. Кавказан лоамаш, ҡаб.-черк. Къаукъаз къурш, ҡарас.-балҡ. Къапкъаз таўла, лезг. Къавкъаз, осет. Кавказы хæхтæ, чеч. Кавказан лаьмнаш) — Ҡара һәм Каспий диңгеҙҙәре араһындағы тау системаһы. Атама этимологияһы билдәләнмәгән[2].
Кавказ тауҙары | |
---|---|
Характеристикалар | |
Майҙаны | 477 165 км²[1] |
Оҙонлоғо | 1100 км |
Киңлеге | 160 km |
Бейек нөктәһе | |
Иң бейек түбәһе | Эльбрус |
Бейек нөктәһе | 5642 м |
Урынлашыуы | |
42°30′ с. ш. 45°00′ в. д.HGЯO | |
Кавказ тауҙары Викимилектә |
Кавказ тауҙары Оло Кавказ һәм Кесе Кавказ тау системаларына бүленә.
Оло Кавказ 1100 км ашыу төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа табан, Анапа районы һәм Таман ярымутрауынан алып Каспий буйындағы Апшерон ярымутрауына тиклем (Баҡы янында). Оло Кавказдың иң ҙур киңлеге Эльбрус меридианы районында 180 км етә. Үҙәгендә Ғәҙәттәгесә, Оло Кавказ 3 өлөшкә бүленә: Көнбайыш Кавказ (Ҡара диңгеҙҙән Эльбрусҡа тиклем), Үҙәк Кавказ (Эльбрустан Казбекҡа тиклем) һәм Көнсығыш Кавказ (Казбектан Каспий диңгеҙенә тиклем).
Иң танылған түбәләр — Эльбрус тауы (5642 м) һәм Казбек тауы (5033 м), мәңгелек ҡар һәм боҙлоҡтар менән ҡаплы.
Сочи янындағы тауҙар — Аишхо (2391 м), Аибга (2509 м), Чигуш (3238. м), Псеашхо һ. б. (Красная Поляна курорт ерлеге) — 2014 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашты.