КХЛ 2013/2014 йылдар миҙгелендә
From Wikipedia, the free encyclopedia
КХЛ 2013/2014 йылдар миҙгелендә — Континенталь хоккей лигаһының алтынсы чемпионаты. Турнирҙа 8 илдән (Рәсәй, Белоруссия, Латвия, Украина, Ҡаҙағстан, Чехия, Словакия һәм Хорватия) 28 команда ҡатнаша. Даими чемпионат 2013 йылдың 4 сентябрендә Асыш кубогы өсөн Гагарин кубогының ғәмәлдәге еңеүсеһе «Динамо» (Мәскәү) үткән плей-офф финалсыһы «Трактор» араһында уйын менән башлана һәм 2014 йылдың 4 мартында тамамлана. 30 ғинуарҙан 25 фераленә тиклем КХЛ даими миҙгелдә Ҡышҡы Олимпия уйындары үткәнгә күрә 27 көнлөк тәнәфес ала. Плей-офф уйындары 2014 йылдың 7 мартынан алып 30 апреленә тиклем үтә.
Башлана | 4 сентябрь 2013 |
---|---|
Тамамлана | 30 апрель 2014 |
Даими чемпионат | |
Асыш кубогы | ![]() |
Континент кубогы | ![]() |
Иң яҡшы бомбардир | ![]() |
Миҙгелдең иң яҡшы уйынсыһы | ![]() |
Иң мәргән уйынсы | ![]() |
Уйындар һаны | 756 |
Плей-офф | |
Гагарин кубогы | ![]() |
Финалист | ![]() |
Серияла иҫәп | 4:3 |
Плей-офф MVP | ![]() |
КХЛ миҙгелдәре | |
←2012/2013 | 2014/2015→ |
Даими чемпионат һөҙөмтәләре буйынса Континент кубогы еңеүсеһе билдәләнде: «Динамо» (Мәскәү) был трофейҙы тәү тапҡыр еңә, уның артында «Металлург» (Магнитогорск) һәм СКА хоккей клубтары урынлаша.
Лига составына Владивостоктан «Адмирал» һәм Хорватияның баш ҡалаһы Загребтан «Медвешчак» хоккей клубтары алына.
Финал серияһында 4:3 иҫәбе менән «Лев» хоккейсыларын еңеп, «Металлург» (Магнитогорск) үҙ тарихында тәү тапҡыр Гагарин кубогын яулай. Плей-оффҡа эләкмәгән командалар өсөн уҙғарылған Өмөт кубогын «Авангард» (Омск) еңә.