Йыһан ярышы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Йыһан ярышы (ингл. Space Race) — 1957 йылдан 1988 йылға тиклемге осорҙа йыһанды үҙләштереү өлкәһендә СССР һәм АҠШ араһында барған көсөргәнешле ярыш.
Яһалма юлдаштарҙы, хайуандар һәм кешене йыһанға осороу, шулай уҡ кешенең Айға төшөүе йыһан ярышы ваҡиғалары иҫәбенә инә. Ул Һалҡын һуғыштың көтөлмәгән тәьҫире йоғонтоһонда хасил булған ваҡиғалар. Көнбайышта был термин ҡоралланыу ярышы аналогияһы буйынса хасил була. Һалҡын һуғыш осоронда «Йыһан ярышы» СССР һәм АҠШ араһындағы мәҙәни, технологик һәм идеологик ҡаршы тороуҙың мөһим бер өлөшө була. Сөнки йыһанды тикшеренеүҙәр фәнни һәм хәрби эшкәртмәләрҙең уңышҡа өлгәшеүе өсөн генә түгел, ә һиҙелерлек пропаганда эффектына эйә булыуы менән дә аңлатыла. Советтар Союзы 1957 йылдың 4 октябрьендә Ерҙең беренсе яһалма юлдашын «Спутник-1»ҙе йыһанға осороү менән Йыһан ярышы старт ала. Ҙур йыһан ярышы барышында СССР һәм АҠШ Ерҙең яһалма юлдаштарын орбитаға үҙҙәренең йыһанға сығарыусы ракеталары ярҙамында менән сығара алған беренсе һәм пилотлы йыһан осоштарын башлап ебәргән төп «йыһан державалары» була.