Йылға ҡултыҡтары (Ҡытай романы)
From Wikipedia, the free encyclopedia
"Йылға ҡултыҡтары " (ҡыт. ғәҙәти 水滸傳, ябайл. 水浒传, пиньин: shuǐ hǔ zhuàn, палл.: Шуй ху чжуань) — Ҡытай классик әҫәрҙәре исемлегенә ингән роман (XIV быуат). Халыҡ хикәйәттәре, риүәйәттәренә таянып яҙылған әҫәр. Ул 108 «изге күңелле юлбаҫар»ҙың ҡаһарманлығы һәм улар менән булған мажаралар тураһында риүәйәттәргә нигеҙләнгән. Был юлбаҫарҙар Ляншаньбо тауындағы (Шаньдун[[Категория:]] провинцияһы) Сун Цзян лагеренда Сун династияһының һигеҙенсе императоры Хуэйцзун дәүерендә (1124—1127) йәшәгән. «Йылға ҡултыҡтары» — уся жанрында яҙылған тәүге тарихи роман. Ул дүрт классик Ҡытай романы иҫәбенә инә.
Йылға ҡултыҡтары | |
![]() | |
Производная работа | Shui Hu Zhuan[d], Цветы сливы в золотой вазе[d], The Tale of Eliminating Bandits[d] һәм The Later Story of Water Margin[d] |
---|---|
Төп тема | Song Jiang Rebellion[d] |
Жанр | тарихи роман[d] һәм приключенческая литература[d] |
Баҫма йәки тәржемә | Q18827907?, Q18834181?, Water Margin (120-chapter edition)[d] һәм Q70761344? |
Автор | Ши Найань[d] |
Ил |
Юань Мин империяһы |
Әҫәрҙең теле | байхуа[d] |
Нәшер ителеү ваҡыты | XIV быуат |
Происходит в вымышленном мире | Water Margin universe[d] |
Персонаждар исемлеге | list of Water Margin characters[d] |
Персонаждар | Song Jiang[d], Zhang Heng[d], Pan Jinlian[d], Ximen Qing[d] һәм Yang Jian[d] |
Һүрәтләнгән объект | Сун Цзян[d] |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] һәм 🅮[d] |
![]() |
Романдың авторы тураһында бәхәстәр әле булһа тынмай. Уның 70 бүлектән торғанын Ши Найань (ҡыт. 施耐庵 яҙған тигән фекер бар; шул уҡ ваҡытта был псевдоним аҫтында кем яҙғаны билдәле түгел, бәлки Ло Гуаньчжун булғандыр тиҙәр; 100 бүлеклеһен — Го Сюнь; 120 бүлеклеләрен Ян Дин-цзянь менән Юань У-я яҙған тигән фекер бар. Икенсе яҡтан ҡарағанда, Ши Най-ань тигән кеше ысынлап та булған, ул Ло Гуаньчжундан алдараҡ тыуған һәм уның уҡытыусыһы булған[1].