From Wikipedia, the free encyclopedia
Иҫке Туймазы (рус. Старые Туймазы) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1247 кеше[1]. Иҫке Туймазы ауыл Советының административ үҙәге. Почта индексы — 452750, ОКАТО коды — 80450000000.
Ауыл | |
Иҫке Туймазы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Шул исемдәге йылға буйында Туймазы ауылы барлыҡҡа килә, ул аҫабалар торағынан башҡорт һәм типтәр керҙәштәр ауылына әйләнә. Ауылға ҡыр-йыландарҙың аҫабалары нигеҙ һала.
Тәүге тапҡыр 1736 йылда, ҡыр-йыландар был ауылға ике башҡорт ғаиләһен индерергә рөхсәт иткәндә телгә алына. 1738 йылда шул уҡ аҫабаларҙың керҙәшлек килешеүе буйынса, "срогы күрһәтелмәйенсә" йылына 5-әр һыуһар түләү шарты менән 7 ихата башҡорттар һәм типтәрҙәр ҡабул ителә. 1745 йылдың 9 сентябрендә Йосоп Аҙнағолов етәкселегендә ҡыр-йыландар йылына 10 һыуһар күләмендә башҡорт яһағының бер өлөшөн түләү шарты менән мариҙарҙы ҡабул итәләр. Өфө провинциаль канцелярияның 1756 йылдың 23 мартындағы указына ярашлы, Наратасты ауылынан (хәҙерге Шаран районы) килгән 24 ихата иҫәбендәге яһаҡлы татарҙар Абдулла Яуитдинов һәм Шамил Баганов Туймазы һәм Төркмән ауылдарында төпләнеү мөмкинлеге алғандар.
Туймазының керҙәш халҡының формалашыуы артабан да дауам итә. Ҡыр-йыландар Һөйөндөк Һағындыков, Өмөтбай Куғашев, Мәүлет Дөмәев 1775 йылдың 1 июлендәге керҙәшлек килешеүенә ярашлы был ауылға Тырбый ауылынан (хәҙерге Шаран районы) сыҡҡан типтәрҙәр Яхья Мрясовҡа ихатанан бер юлы 10-ар һум аҡса алып «иптәштәре менән» инергә рөхсәт итәләр. 1791 йылдың 5 октябрендәге керҙәшлек яҙмаһына ярашлы ҡыр-йыландар, бер тапҡыр һәр ихатанан 5-әр һум аҡса алып, Себер юлы Троицк өйәҙе Солтанғол ауылы башҡорттары Зөбәйер, Ғәбиҙулла һәм Абдулла Солтанғоловтарҙы «иптәштәре менән» «мәңгегә һәм нәҫелдәренә» инергә рөхсәт итәләр. 1795 йылдың 12 июнендәге керҙәшлек яҙмаһы нигеҙендә ҡыр-йыландар Шахово ауылынан (хәҙер Йәрмәкәй районы) Ишмәмет Ишкининға һәм Репей Мортазинға Туймазы ауылына керергә рөхсәт бирәләр. Һәм, ниһайәт, Ырымбур губернаһы хәрби губернаторының 1800 йылдың 11 сентябрендәге бойороғона ярашлы, шул уҡ телгә алынған Троицк өйәҙе Солтанғол ҡасабаһынан башҡорт-әйлеләр Ғөбәйҙулла Собханкулов, уның туғаны Бикмөхәмәт Солтанморатов «иптәштәре менән» «туғандары менән бергә булыу өсөн Туймазы ауылына керетелгәндәр», унда уларҙы «яҡындары, шулай уҡ башҡа башҡорттар ҙа йәшәргә» ҡабул иткәндәр.
Туймазы ауылының күп милләтле керҙәш халҡы шулай барлыҡҡа килә. Башҡорт-керҙәштәрҙең төп өлөшөн типтәрҙәр ҡатламы тәшкил иткән.
1870 йылда ауылда мәсет (XX быуат башынан — 2), 5-6 һыу тирмәне булған. 70 йорт хужаһының бал ҡорттары умарталары булған.
1843 йылда 26 башҡорт аҫабаға 16 бот ужым һәм 176 бот ярауай иген сәселә[2].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 1247 | 596 | 651 | 47,8 | 52,2 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек милләттәр башҡорттар 52 %), татарҙар (44 %)[3].
Алыҫлығы:[4]
Урам исеме[5]:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.