Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Туймазы районындағы ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia
Иҫке Арыҫланбәк (рус. Староарсланбеково) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 119 кеше[2]. Сәйрән ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452791, ОКАТО коды — 80251845003.
Ауыл | |
Староарсланбеково башҡ. Иҫке Арыҫланбәк | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл Советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452791 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡобау улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Арыҫланбәк исеме менән нигеҙ һала. Арыҫланбәк 1758 йылдан алып билдәле. XVIII быуат уртаһында этник яҡтан ҡатнаш булып китә, 1758 йылдың 12 октябрендәге һәм 1781 йылдың 1 мартындағы керҙәшлек килешеүҙәре буйынса аҫаба күбәүҙәр типтәрҙәрҙе ҡабул итә. 1795 йылда 15 йортта 98 кеше йәшәгән, 1865 йылда 85 йортта — 448 кеше. Малсылыҡ, игенселек, балта эштәре менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. Шулай уҡ Ҡыбау, Бигәнәш исемдәре менән теркәлгән. 1906 йылда 2 мәсет, урыҫ‑башҡорт мәктәбе, күн заводы, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.
Абдулләләм Ғәҙеллыпин, 1782 йылда тыуған, XIX быуаттың 30-сы йылдарында 12-се башҡорт кантонының 18-се тирмәһе старшинаһы булып хеҙмәт итә. Уның «1812 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» һәм «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә», «5-се башҡорт полкы менән француз ғәскәрҙәренә ҡаршы булғанда» көмөш миҙалдары була
1905—1919 йылдар араһында Яңы Арыҫланбәк ауылы барлыҡҡа килә, унда аҫабалар күсеп килә, унда 1920 йылда 140 йортта 714 кеше иҫәпләнә. Яңы Арыҫланбәк ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң Арыҫланбәк хәҙерге исемен йөрөтә[3].
1843 йылда 12 башҡорт 64 бот ужым һәм 322 бот яҙғы иген сәскән[4].
Халҡы ЯСЙ «Сәйрән» ауыл хужалығы предприятиеһында эшләй. Ауылда фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. Башҡорттар йәшәй (2002)[5].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 555 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 430 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 264 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 136 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 118 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 119 | 47 | 72 | 39,5 | 60,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек милләт башҡорттар (78 %)[6].
Нөгөш йылғаһы (Өҫән ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Алыҫлығы:[7]
Урам исеме[8]:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.