башҡорт теле төркөмө From Wikipedia, the free encyclopedia
Иҙел буйы ҡыпсаҡ телдәре (рус. поволжско-кыпчакские языки, «болғар-ҡыпсаҡ телдәре, урал-ҡыпсаҡ телдәре, төньяҡ-ҡыпсаҡ телдәре») — ҡыпсаҡ төркөмөнә ингән телдәр төркөмсәһе. Был төркөмсәгә татар һәм башҡорт телдәре инә. Был һөйкәлеш диалекттар континуумы булып килә (мәҫәлән, башҡорт теленең көнбайыш диалекты татар теленең үҙәк диалектына оҡшаш, татар теленең типтәр диалектында башҡорт теле сифаттары бар). Себер татарҙары һөйләшә торған телде үҙаллы тел тип һанарға мөмкин. Үҙаллылыҡ сифаттары мишәр диалектында ла бар. Волга-ҡыпсаҡ телдәренең берлеге барлыҡ ғалимдар тарафынан да ҡабул ителмәй. О. А. Мудрак татар телен «һары-ҡыпсаҡ», башҡорт телен ноғай-ҡыпсаҡ төркөмсәһенә индергән. Шунан Мудрак был классификациянан баш тартҡан, әмма хәҙерге ваҡытта Анна Дыбо шул ҡарашта тора.
Иҙел буйы ҡыпсаҡ телдәре |
Иҙел буйы ҡыпсаҡ телдәре башка көнбайыш-ҡыпсаҡ телдәреннән элегерәк барлыкка килгән һәм көнчсығыш-ҡыпсаҡ телдәре белән бәйләнештәре күберәк. Төркемсәнең төп үҙенсәлеге — и/е, у/о, ү/ө һәм уларҙың киреһенсә алмашыныуы:
Боронғо төрки | Башҡорт | Татар |
---|---|---|
тез | тиҙ | тиз |
тоз | туҙ | туз |
көз | күҙ | күз |
туз | тоҙ | тоз |
бурун | морон | борын |
дил | тел | тел |
түн | төн | төн |
Әмма себер-татар, мишәр һөйләштәрендә һәм башҡорт теленең ҡайһы бер диалекттарында был күсмә хәрәкәт юҡ. Үҙенсәлектәр морфологияла ла осрай: мәҫәлән, ҡылымдың өсөнсө зат берлек һанындагы төрләнеше: тат. бара, башҡ. бара, ҡаҙ. барады, кырғ. барат.
Башҡорт һәм татар теле бик оҡшаш, әмма айырмалары ла бар (түбәндәге үрнәктәҙнең беренсеһе — башҡортса, икенсеһе — татарса, өсөнсөһө — ҡаҙаҡса):
Шулай уҡ башҡа айырмалар ҙа бар.
Башҡорт теленең төп диалекттары:
Татар теле ике төп диалекттан тора:
Сыбыр теле йә айырым тел, йә татар теленең көнсығыш диалекты итеп ҡарала. Сыбыр теленең диалекттары:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.