From Wikipedia, the free encyclopedia
Ишҡар (рус. Ишкарово) — Башҡортостандың Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 576 кеше[1].
Почта индексы — 452281, ОКАТО коды — 80230840001.
Сарьяз йылғаһы үҙәнендә ятҡан Ишҡар ауылы Йылан ырыуы биләмәләре аша үткән почта юлында урынлашҡан була. Шуға ла уның халҡы Рәсәй империяһында барған һәр ваҡиғала әүҙем ҡатнашыусы булып китә. 1773 - 1774 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ла ауылдың ир-егеттәре әүҙем ҡатнаша. Тархан һәм старшина булған Ишҡар Арыҫлановтың яуҙағы эшмәкәрлеге тураһында крәҫтиәндәр һуғышы буйынса тултырылған күп кенә сығанаҡтарҙа бәйән ителә. Ул Емельян Пугачевтың полковнигы була.
Аҫаба башҡорттар йәшәгән был ауылға 1755 йылдан башлап сит милләт кешеләре индерелә башлай. 1795 йылда ауылдағы 8 ихатала 65 башҡорт, 5 ихатала ерһеҙ башҡорттар (припущенниктар), 2 ихатала типтәрҙәр йәшәй. 1870 йылда 55 ихатала 366 башҡорттоң йәшәүе теркәлә. 1920 йылда ауылда йәшәүселәрҙең бөтәһе лә үҙҙәрен башҡорт тип таный (178 ихатала 849 башҡорт).
1843 йылда 194 башҡортҡа 480 бот ужым һәм 928 бот яҙғы иген сәселә.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1006 | 466 | 540 | 46,3 | 53,7 |
1959 йыл 15 ғинуар | 786 | 340 | 446 | 43,3 | 56,7 |
1970 йыл 15 ғинуар | 876 | 379 | 488 | 43,7 | 56,3 |
1979 йыл 17 ғинуар | 723 | 326 | 397 | 45,1 | 54,9 |
1989 йыл 12 ғинуар | 637 | 286 | 351 | 44,9 | 55,1 |
2002 йыл 9 октябрь | 658 | 301 | 357 | 45,7 | 54,3 |
2010 йыл 14 октябрь | 576 | 273 | 303 | 47,4 | 52,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.