Ишмөхәмәтов Исмәғил Хажиәхмәт улы
Химик, химия фәндәре докторы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ишмөхәмәтов Исмәғил Хажиәхмәт улы (1 февраль 1901 йыл — 23 март 1971 йыл) — ғалим-химик, юғары мәктәп эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1928 йылдан К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1932 йылдан химия кафедраһы мөдире, 1934 йылдан — тәбиғәт белеме һәм география факультеты деканы, 1953 йылдан — уҡыу уҡытыу һәм фән эштәре буйынса проректор; 1957 йылдан Башҡорт дәүләт университетының химия кафедраһы мөдире, 1964—1970 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса проректор. Башҡорт АССР-ының өсөнсө саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Химия фәндәре кандидаты (1933). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1945). Ленин (1954) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) ордендары кавалеры.
Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Ишмөхәмәтов Исмәғил Хажиәхмәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 1 февраль 1901({{padleft:1901|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) |
Тыуған урыны | Стәрлетамаҡ, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 23 март 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (70 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | химик, химия фәндәре докторы |
Эшмәкәрлек төрө | химия |
Ғилми дәрәжә | химия фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ябырға
Википедияла Ишмөхәмәтов фамилиялы башҡа кешеләр тураһында мәҡәләләр бар.