Истикләл (Истанбул)
Истанбулдың Истикләл урамы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Истикләл урамы (төрөк. İstiklâl Caddesi) — Истанбулдың Бейоғлу районындағы киң билдәле урам. Таҡсим майҙанынан башлана һәм Алтын Мөгөҙ ҡултығына табан бара. Оҙонлоғо яҡынса 1,4 километр. Истикләл урамы бумеранг рәүешендә төҙөлгән, бөгөм урынында Ғалатаһарай майҙаны менән Ғалатаһарай лицейы урынлашҡан.