Исмағил Мостафа улы Ғаспыралы (Гаспринский) (ҡырымтат. اسماعیل مصطفى اوغلى گاسپرينسكى, İsmail Mustafa oğlu Gasprinskiy (Gaspıralı), Исмаил Гаспринский; 8 (21) март 1851 йыл — 11 (24) сентябрь 1914 йыл) — ҡырым татар халҡының атаҡлы азаматы, мәғрифәтсе, нәшриәтсе, сәйәсәт һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы һәм педагог. Йәшәү дәүерендә үк Рәсәй империяһының бөтә мосолман халыҡтары араһында киң билдәлелек яулай.

Ҡыҫҡа факттар Тыуған көнө, Тыуған урыны ...
Исмәғил Ғаспыралы
ҡырымтат. İsmail Gasprinskiy (Gaspıralı)
Thumb
Тыуған көнө

8 (21) март 1851({{padleft:1851|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})

Тыуған урыны

Авджикой

Вафат булған көнө

11 (24) сентябрь 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (63 йәш)

Вафат булған урыны

Бахчисарай

Гражданлығы

Рәсәй империяһы

Атаһы

Мустафа Али-оглы

Әсәһе

Фатма-Султан Темир-Гази-кызы (т. и. Кантакузова)

Тормош иптәше

Аҡсурина Зөһрә Әсфәндиәр ҡыҙы

Наградалары һәм премиялары
Ҡалып:Орден Льва и Солнца 3 степениҠалып:Орден Льва и Солнца 4 степени
Автограф

Thumb

 Исмәғил Ғаспыралы Викимилектә
Ябырға

Ислам динендә йәдитселек, төрки донъяһында пантюркизм тәғлимәтенә нигеҙ һалыусыларының береһе.[1].

Биографияһы

Таврия губернаһының Ялта өйәҙе (хәҙер Ҡырым Республикаһы) Ғаспыра ауылында Рәсәй империяһы армия офицеры Мостафа Әли улы Ғаспыралы (Гаспринский) һәм уның ҡатыны Фатма-Султан Темир-Гази ҡыҙы (ата фамилияһы Кантакузова) ғаиләһендә тыуа.[2] Башланғыс мәктәптә, Симферополь ирҙәр гимназияһында, һуңынан Воронеж хәрби уҡыу йортонда, 2-се Мәскәү хәрби гимназияһында белем ала. Ҡырымға ҡайтып, мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. 1871 йылда Францияға күсә; 18741875 йылда Төркиәлә йәшәй. Йәнә Ҡырымға ҡайтып, Баҡсаһарай ҡала Думаһы депутаты булып һайлана. 18791884 йылдарҙа — Баҡсаһарай ҡала башлығы.

1879 йылдан башлап, Исмәғил Ғаспыралы ҡырымтатар телендә үҙ гәзитен сығарырға ынтыла. 1879—1880 йылдарҙа был гәзит «Файдалы эглендже», 1881 йылда «Закон» исеме менән сыға. 1883 йылдың апреленән башлап, Исмәғил Ғаспыралы «Переводчик-Терджиман» тип аталған гәзит баҫтырырға рөхсәт ала — был гәзит ҡырымтатар һәм рус телендә сыға. Оҙаҡ йылдар буйы был гәзит Рәсәйҙең берҙән-бер төрки телле баҫмаһы булып килә; XX быуат башында донъяның иң оло мосолман баҫмаһына әүерелә. 35 йыл самаһы сығып килгәс, 1918 йылда гәзит ябыла.

«Терджиман» гәзите аша Исмәғил Ғаспыралы тәғлимәте Рәсәйҙең бар мосолман төбәктәре буйлап (Башҡортостанда, Татарстанда, Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда, Хива һәм Бохара ханлығында, Төрөкмәнстанда, Тажикстанда, Әзербайжанда) таралып килә. Шулай уҡ, гәзит сит илдәрҙә лә — Иранда, Ҡытайҙа, Төркиәлә, Мысырҙа, Болгарияла, Францияла, Швейцарияла, АҠШ-ла тарала. Ғаспыралының үҙ фекеренсә, уның гәзите Рәсәйгә ҡарағанда сит ил мосолмандары араһында киңерәк билдәлелек ала. Уның гәзитендә сыҡҡан мәҡәләләрҙе башҡа илдәрҙең күп баҫмалары күсереп баҫтырып тора.

1886 йылдан «Терджиман» гәзитенә «Иғландар бите» исемле ҡушымта сыға башлай. 1905 йылда Ғаспыралы «Алеми Нисван» («Ҡатын-ҡыҙ донъяһы») тип аталған ҡырымтатар ҡатын-ҡыҙҙары өсөн тәүге журнал баҫтыра башлай; был журналды уның ҡыҙы Шефика мөхәррирләй. 1906 Ғаспыралы тыуған телендә «Ха-ха-ха» исемле тәүге көлкө-мәҙәк журналын нәшер итә башлай. Һуңыраҡ ул тағы бер аҙналыҡ баҫма — Рәсәйҙең Дәүләт Думаһының мосолман фракцияһының «Миллет» исемле гәзитен сығара башлай.

Йәдитселек — мосолман халыҡтары араһында белем биреүҙе яңыртыу һәм донъяуи яйға күсеү йүнәлеше — шулай уҡ Исмәғил Ғаспыралы исеме менән бәйле. Ғаспыралы халыҡ мәғарифын үҙгәртеп төҙөү нигеҙҙәрен әҙерләй; уның яңы белем биреү методтары Ҡырымдан тыш башҡа күп мосолман төбәктәрҙә — Башҡортостанда, Татарстанда, Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда, Тажикстанда, Төркиәлә, Төрөкмәнстанда, Үзбәкстанда, Әзербайжанда, Төньяҡ Иранда һәм Көнсығыш Ҡытайҙа ғәмәлгә киң индерелә башлай. Хәҙерге Башҡортостанда һәм күрше төбәктәрҙә яңы уҡытыу тәрибе күпселек мәҙрәсәләрҙә (миҫал өсөн, Рәсүлиә, Ғосманиә, Хөсәиниә мәҙрәсәлерәндә) индерелә. Ғаспыралы тарафынан яҙылған яңы дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары яңы методлы милли мәҙрәсәләрҙә киң ҡулланыла. Уларҙың араһынан «Ходжа и субъян» («Балаларҙың уҡытыусыһы») дәреслеге киң билдәлек яулай.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.