Исмәғилев Сәйет Әхмәт улы
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Исмәғилев Сәйет Әхмәт улы, әҙәби псевдонимы Йәрми Сәйете (29 сентябрь 1884 йыл — 19 октябрь 1972 йыл) — шағир-импровизатор. 1938 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ сәсәне (1944).
Йәрми Сәйете | |
Исеме: |
Исмәғилев Сәйет Әхмәт улы |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: | |
Вафат булған көнө: |
19 октябрь 1972 (88 йәш) |
Вафат булған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
Сәсән |
Наградалары: |
Башҡортостандың халыҡ сәсәне (1944) |
Сәйет Әхмәт улы Исмәғилев, Йәрми Сәйете 1884 йылдың 29 сентябрендә Өфө губернаһы Өфө өйәҙе[1] Йәрми ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһынан йәшләй етем ҡалыу сәбәпле, күп балалы ғаилә хәстәрлеге уға төшә. 16—17 йәштәрендә ул шиғырҙар, йырҙар сығарып, үҙе уйнап, үҙе йырлап, яҡын-тирә ауылдарҙа киң таныла.
Китабын баҫтыра һәм халыҡ араһында танылыу яулай. Шулай итеп, Сәйет Исмәғилевтың Октябрь революцияһына тиклемге осорҙа Өфө губернаһында музыкант-импровизаторлыҡ даны ныҡ таралып өлгөрә. Был турала хатта 1915 йылда Өфөлә сыға торған «Тормош» газетаһында махсус материалдар ҙа баҫыла.
Октябрь социалистик революцияһынан һуңғы осорҙа ғына сәсән ижады бөтөнләй башҡаса үҫеп китә. 1926—1927 йылдарҙа Шишмә театрында артист булып та эшләй.
1940 йылда Сәйет Исмәғилевтың беренсе йыйынтығы баҫыла. Был китапҡа ингән, халыҡ араһында таралған йырҙарынан сығып, уның ижади йөҙөн тулыраҡ билдәләргә мөмкинлек тыуа.
Сәсәндең йырҙары халыҡ тормошо, уның тарихы менән органик бәйләнешле булыуын һәр әҫәренән күрергә мөмкин. Сәйет Исмәғилевтың күпселек йырҙары агитацион характерҙа башҡарылалар.
1938 йылда Сәйет Исмәғилев СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп алына. 1944 йылда уға «Башҡорт АССР-ының халыҡ сәсәне» тигән маҡтаулы исем бирелә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Сәйет Исмәғилев Башҡорт дәүләт филармонияһында артист-скрипач булып эшләй. Халыҡ хыялдарын йырлау, көндәлек тормоштағы ыңғай күренештәрҙе һүрәтләү, йәшәү шатлығын, халыҡҡа бәхет килтергән Коммунистар партияһын данлау йырҙары халыҡ күңелендә ныҡлы урын ала.
Башҡорт сәсәндәре араһында уның үҙенсәлекле һыҙаттары бар: әҫәрҙәре йыр стихияһына ҡоролған. Ул тәмҫил жанрына таянып, әҫәрҙәрендә символик образдың үҙенсәлекле бер төрөн булдырҙы.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.