From Wikipedia, the free encyclopedia
Исмаил (рус. Исмаилово) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 197 кеше[2]. Кәкребаш ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452771, ОКАТО коды — 80251825007.
Ауыл | |
Исмаилово башҡ. Исмаил | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл Советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452771 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Ауыл исеме Исмаил тигән кеше исеменән алынған[3].
Исмаил ауылы Кәкребаш, Бәйрәкәтүбә, Илсембәт, Япрыҡ һәм башҡа Ҡыр-Йылан ауылдары кеүек үк, 12-се башҡорт кантонының 4-се тирмәһе составында була.
Башҡорттар ергә аҫаба булараҡ хужа була, ә типтәрҙәр уны, ер хужалары менән 1741 й., 1760 й., 1776 й., 1779 йылдарҙағы керҙәшлек килешеүе буйынса керҙәш булараҡ файҙалана. Тәүге төпләнеүсе, типтәрҙәр булып киткән яһаҡлы татарҙар старшинаһы Исмәғил Уразмәтов үҙе һәм уның улы Кәрим Исмаилов билдәле.
Был тораҡ пункты яйлап типтәрҙәр өҫтөнлөк иткән милли ҡатнаш тораҡ пунктҡа әүерелә. 1762 йылда бында 19 яһаҡлы татар теркәлгән, уларҙың барыһы ла пугачевсылар булған. 1783 йылда 68 типтәр иҫәпләнә, 1795 йылда — 75, башҡорттар — 7 ир-ат. 1816 йылда — 117 типтәр, башҡорттар — 22, 1834 йылда беренселәре — 137, башҡорттар — 26 ир-ат. 1834 йылдағы VIII ревизияға ярашлы башҡорттарҙың исемдәре: Абдулсәләм Мәхмүтов, уның улдары Абдулсаттар (уның улдары Абдулханнан, Абдулманнан, Мөхәммәтғәни), Абдулхалик; Ғәббәс Ильясов, уның улы Хәмзә, ҡустылары Ғәйнитдин һәм Дәүләтша; Ғабдуллатип Ильясов; Миндекәй Ғәлиев (1752—1818), уның улдары Турай (уның улы Ғәбделнасир, Мөхәмәтйән), Ғайнан, Хәсән, Хөсәйен, Мөхәмәтғәли; Ғәлиев Абдулмоталлап (1749—1819), улдары Абдулмәзит (уның улы Ғәбдулханнан), Ғәбдулваһап (уның улдары Ғәбдулғәлләм, Ғәбдул-маннан); Ханмырҙа Абдулмоталлапов, уның улы Иҙрис, ҡустыһы Бикмырҙа; Исмәғил Әбдрәшитов, уның улы Хөснөтдин; Әбдрәшит Байраҡаев (1772—1818), улы Әмирхан.
1859 йылда бөтә халыҡ 61 ихатала 471 кеше тәшкил итә, 1870 йылда — 172 ихатала 570 кеше, 1920 йылда 204 йортта 1060 кеше йәшәй. Бөтөһе лә типтәрҙәр, был халыҡтың этник составын сағылдырмай[4].
1906 йылда 2 мәсет, һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән[5].
1843 йылда 54 башҡортҡа 112 бот ярауай иген сәселә һәм 8 бот картуф ултыртыла[6].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 1060 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 605 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 256 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 113 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 169 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 197 | 96 | 101 | 48,7 | 51,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек милләттәр башҡорттар (50 %), татарҙар (37 %)[7].
Алыҫлығы:[8]
Урам исеме[9]:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.