Исландия
Төньяҡ Европаның көнбайышында урынлашҡан утрау-дәүләт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Исландия (исл. Ísland, [ˈistlant] (i) — «Боҙҙар иле» йәки «Боҙло ил») — Төньяҡ Европаның көнбайышында, Атлантик океандың төньяғында (Бөйөк Британиянан төньяҡ-көнбайыштараҡ) урынлашҡан утрау-дәүләт. Төньяҡта һәм төньяҡ-көнсығышта Төньяҡ Боҙло океан һыуҙары йыуа. Дәүләт территорияһы майҙаны 103 мең км² булған шул уҡ исемле утрауҙан һәм уның эргәһендәге ҙур булмаған утрауҙарҙан тора. Европала иң аҙ халыҡлы ил[4].
| |||||
Гимн: «Lofsöngur» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 17 июнь 1944 ( Даниянан) | ||||
Рәсми тел | Исланд теле | ||||
Баш ҡала | Рейкьявик | ||||
Эре ҡалалар | Рейкьявик, Коупавогюр, Хабнарфьордюр, Акюрейри | ||||
Идара итеү төрө | Парламент республикаһы | ||||
Президент
Премьер-министр | Guðni Th. Jóhannesson
Bjarni Benediktsson
| ||||
Дәүләт дине | Лютеранлыҡ (Исландия сикәүе) | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 105 103 125 км² 2,7 | ||||
Халыҡ • Һаны (2021) • Халыҡ тығыҙлығы | ▲ 368 590[1] чел. (181) 3,08 чел./км² | ||||
ЭТП (ППС) • Бөтәһе • На душу населения |
19,82 млрд[2] долл. 54 482[2] долл. | ||||
ЭТП (номинал) • Бөтәһе • Бер кешегә |
20,81 млрд[2] долл. 57 189[2] долл. | ||||
КПҮИ (2020) | ▲ 0,949[3] (очень высокий) (4 урын) | ||||
Этнохороним | исландар | ||||
Валюта | Исландская крона, (ISK, код 352) | ||||
Интернет-домен | .is | ||||
Код ISO | IS | ||||
МОК коды | ISL | ||||
Телефон коды | +354 | ||||
Сәғәт бүлкәте | 0 |
Исландияның баш ҡалаһы һәм иң эре ҡалаһы — Рейкьявик, унда (тирә-яҡ райондар менән бергә) илдең 65 проценттан ашыу халҡы йәшәй. Исландия — Урта Атлантик һыртта диңгеҙ кимәленән бейектә урынлашҡан берҙән-бер өлөшө, уның үҙәк яҫы таулығында вулкандар даими атыла[5][6]. Илдең эске өлөшө ҡомло һәм лава баҫыуҙары, тауҙар һәм боҙлоҡло яҫы таулыҡ, уйһыулыҡ аша диңгеҙгә бик күп боҙлоҡ ағымдары аға. Исландияны Гольфстрим ағымы йылыта һәм, Поляр түңәрәк артындағы юғары киңлектә булыуына ҡарамаҫтан, климаты уртаса. Юғары киңлектә һәм океан араһында урынлашыуы арҡаһында бында йәй һалҡынса, ә утрауҙарҙың күбеһендә поляр климат хөкөм һөрә.
"Исландияға күсеп ултырыу тураһында китап"та (Книга о заселении Исландии) яҙылыуынса, беҙҙең эраның 874-се йылдарында Исландияға күсеп килеү башлана. Норвегия юлбашсыһы Ингольф Арнарсон утрауҙа тәүге даими йәшәүсе булып тора[7]. Артабанғы быуаттарҙа норвегтар һәм башҡа скандинавтар Исландияға килә һәм үҙҙәре менән гэль сығышлы трэлдарҙы (ҡолдарҙы) алып киләләр.
Утрау менән урындағы парламент — альтинг етәкселегендә бойондороҡһоҙ берләшмә идара итә, ул донъялағы иң боронғо закондар сығарыу органдарының береһе була. Ун өсөнсө быуатта граждандар сыуалыштары осоронан һуң Исландия Норвегия хакимлығына күсә. 1397 йылда Кальмар союзын төҙөү Норвегия, Дания һәм Швеция короллектәрен берләштерә. Был берлеккә Исландия Норвегия артынан инә, 1523 йылда Швеция союздан сыҡҡандан һуң, Дания хакимлығы аҫтына эләгә. 1550 йылда Дания короллеге Исландияла лютеранлыҡты көсләп индерә[8].
Француз революцияһынан һәм Наполеон һуғыштарынан һуң Исландияның бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәше билдәле бер форма ала һәм 1918 йылда Исландия Короллеге булдырыла. Икенсе донъя һуғышы осоронда Дания оккупацияһы ваҡытында Исландия 1944 йылда республика булыу өсөн тауыш бирә, шуның менән Дания менән ҡалған формаль бәйләнештәрҙе өҙә.
ХХ быуатҡа тиклем Исландия башлыса балыҡсылыҡ һәм ауыл хужалығына бәйле була. Икенсе донъя һуғышынан һуң Маршалл планы буйынса балыҡсылыҡты индустриалләштереү һәм ярҙам күрһәтеү арҡаһында Исландия донъяның иң бай һәм үҫешкән илдәренең береһенә әүерелә. 1994 йылда ул Европа иҡтисади зонаһының бер өлөшө булды, был ил иҡтисадын финанс, биотехнология һәм етештереү кеүек тармаҡтарға тағы ла үҙгәртә (диверсификациялай). Исландия Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһының башҡа илдәре менән сағыштырғанда сағыштырмаса түбән һалымлы баҙар иҡтисады менән айырылып тора[9]. Илдә скандинавия моделе эшләй, ул граждандарға дөйөм медицина хеҙмәтләндереүе һәм юғары белем биреүҙе тәьмин итә[10]. Исландия донъяла демократия һәм тигеҙлек индекстары буйынса юғары урынды, өлкәндәр именлеге буйынса өсөнсө урынды биләй. 2020 йылда БМО-ның кеше үҫеше индексы буйынса донъяла дүртенсе урында тора[11]. Ил тулыһынса тиерлек яңыра торған энергия сығанаҡтары ҡуллана.
Күпселек исландтар — норвег һәм гэл күскенселәренең вариҫтары. Исланд теле — төньяҡ герман телдәренең береһе — иҫке норвег теленән килеп сыҡҡан һәм фарер теле менән тығыҙ бәйләнгән.
Илдең мәҙәни мираҫы традицион исланд аш-һыуы, исланд әҙәбиәте һәм урта быуат сагаларынан ғибәрәт.
Исландиялы халыҡ НАТО ағзаһы булған илдәр араһында иң аҙы, шулай уҡ Исландия — яр буйы һағы булмаған берҙән-бер ил[12].